Кәрим Абдулхаҡ улы Ғәлиәкбәр урта дөйөм белем биреү мәктәбендә физика фәненән уҡыта. Аҙаҡ Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡара. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Дилара Ғүмәрҙаҡ ҡыҙы бар хеҙмәт юлын кеше һаулығын һаҡлауға бағышлай. Ғәлиәкбәр ауылының фельдшер акушерлыҡ пунктында эшләй.Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы" миҙалы менән билдәләнә.
46 йыл бергә татыу ғүмер иткән Ҡаһармановтар 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған, бөгөн 10 ейән-ейәнсәрҙәренә бәхетле олатай-өләсәй.
Кәрим Абдулхаҡ улын һәм Дилара Ғүмәрҙаҡ ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.Киләсәктә лә уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләйбеҙ!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев