Архивта һаҡланған (№ 204, фонд 38, Опись № 2) документтарына ярашлы, 1816 йылда үткәрелгән ревизия сказка документтарында мәғлүмәттәр бар. Был документта Сәлимдең улдары: Тайсап (1778-1853), Ишәй (1782), Кесәй (1782-1854), Абдулла, икенсе исеме Ҡунай (1785), Йәнекәй (1758-1850), Ҡаҙыш (1763), Аҙыш (1760), Тулан (1778-1853), Мөхәмәтйәр (1785-1850), Айса (1812). Ғабдуллатиф (1800-1851).
Сәлим олатайҙың ике ҡатыны була: Кинйәсолтан Ҡаранаева (1761), Инешбикә.
Бөгөн бесәйҙәр Иҫке Балапанда, Яңы Балапанда, Йәнекәйҙә, Аһылайҙа (Өскүлдә) йәшәйҙәр. Тағы ла Белорет районының Мөхәмәт, Абҙаҡ ауылында булырға тейеш. Шулай уҡ Баймаҡ районының Темәс ауылында бесәйҙәр бар. Тик уларҙы әлегә беҙҙең бесәйҙәргә алып барып тоташтыра алманым.
#новости
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев