Предыдущая публикация
Көҙгө урман. Ағас, ҡыуаҡтарҙы
Һыйпап уҙған ерән Сөмбөлә:
Яңы күлдәк кейеп алған уҫаҡ -
Көлә-көлә ҡаршыма килә!
Елгә ҡушып сәсен тарай ҡайын -
Һары бөркәнсеге янында.
Олпат имән көрән төҫтө һайлап
Камзул тегеп алған тағын да.
Миләш яуа ҡан тамсыһы һымаҡ,
Ер балаҫын буяп ҡыҙылға.
Үрмәкестәр ауы биҙәк һалып
Үлән өҫтәренә һуҙылған.
Ҡыштыр-ҡыштыр терпе йөрөй шунда,
Ул да көҙҙө һөйә торғандыр.
Ҡоштар әҙерләнә оло юлға -
Ана, ниндәй байрам ҡорғандар!..
Көҙ тылсымы әллә тәьҫир итте -
Көҙбикәләй күреп үҙемде,
Алтын төҫкә мансып яҙып ҡуйҙым
Күңелдәге шиғыр-һүҙемде.
Гөлкәй И.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев