Тыуған яҡ үләндәре
Йоҡо мендәре һаталар
Өфө дарыуханаһында.
Имеш, башың терәү менән
Һин – әүен баҙарында.
Ниҙәр бар тип эстәрендә
Ҡарайым яҙғандарын.
Тыуған яҡтың үләндәрен
Күрәмен һалғандарын.
Мәтрүшкәне кем белмәй һуң,
Бөтнөк йә ҡомалаҡты.
Кейәү үләне ҡайҙа юҡ –
Дарыу бар аяғаҫты.
Ауылымдың яландары
Үҙе бер дауа икән.
Бөтөн сиргә шифа биргән –
Һулаған һауа икән.
Башың мендәргә терәүгә,
Йомола күҙ ҡабағың.
Өфөлә шул йоҡоларҙы
Их һуң ҡайҙан табаһың.
Аптырағас, һатып алдым
Кескәй үлән мендәрен.
Тыуған яҡтың хуш еҫтәрен
Еҫкәп ятам төндәрен.
Йоҡларға тип алған мендәр
Тынғылығым юғалтты.
Һағынышлы хәтирәләр
Ауылыма юллатты.
Күңелдәрем булмаҫ, ахыры,
Ҡайтмайса төйәгемә.
Рәхәтләнеп аунамайса
Тыуған яҡ үләнендә.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1