Благодарны всем , занимающимся "раскопками " по миру и представляющим нам вот такие прекрасные артефакты.
Ҡашмау - милли биҙәүес, матур һәм бай булған өсөн кейгәндәр тип уйлайбыҙ. Ысынында ҡашмауҙы дауа өсөн кейгәндәр.
Бала саҡта өләсәйем һүтелеп ятҡан мәрйен теҙмәһен баш түбәһенә һалып, һандығының төбөнә төшкәнсе , борхолдатып дауар - митҡалҡалдарын ике-өс сәғәт буйы йыш ҡына ҡутарып ултырыуы күҙ алдымда.
Бер үк әйберҙәрҙе ниңә алып ҡарап кире һалаң тиһәм? Күк еҫе сығып киткән , шуға тыйнап еләҫләтеп һалам ти торғайны. " Бына быныһы үлемемә тип рәтләп һалғанмын " - тип ҡушяулыҡҡа дүрт мөйөшләп бәйләнгән ҙур ғына төйөнсөктө асып әйберҙарен барлай. Унда ептәр , энәләр ҡумтаһы , хушбуй , еҫле һабындар, күҙле таҫтамал һәм аҡ төҫлө митҡал урамы ятыр ине.
Ололарҙың һандыҡта һаҡланған әйберҙәрен ипкә килтереп ултырыуын ҡыҙыҡһынып күҙәтә инем. Һандыҡ эсендәге барлыҡ мөлкәт рәтләү кәсебе аҙнаһына бер-ике тапҡыр башҡарыла.
Был шөғөлөндә өләсәй эре мәрйенле ҡашмау мәрйендәр теҙмәһен башына һалып кинәнеп ултырыуы ла күҙ алдымда ." Баш сыңлап тора ине, ҡалай әрәхәт булып ҡалды. Баш мейеһе ҡайнауы ла юҡҡа сыҡты "-тип һөйләнә , үҙе эстән сеңләп йырлай .
Беҙҙең халыҡ борондан белгән ҡашмау әһәмиәтен. Баш мейеһе өсөн ҡашмауҙың дауаһы шаҡтай ҙур.
Олоғая килә баш ҡойоҡаһы йоҡара , иләк кеүек күҙәнәкле булғанға мейе кибә. " Башты һалҡында тотоу кәрәк , мәрйен бөртөктәре ҡан әйләнешен яҡшырта, мейене киптермәй, йөрәк тибешен рәтләй "- тигәне ла хәтерҙә .
Мәфтуха өләсәй һәм әсәйем , Әлхәмдуллаһ, һикһәнде үтеп уҙҙылар. Иҫтәре теүәл, аңлы һөйләшеүҙәре хәләл ризыҡ һәм милли биҙәуес ҡашмау кейеп йөрөүҙә икәнлегенә шик юҡ.
Ҡашмау дауаһын әбйәлил районының " Әхирәттәр " төркөм ағинәйҙәре лә раҫлай торғайны. Улар барыһы ла оло йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күсте. Ағинәйҙәр менән дә күрешеп һөйләшеп ултырырға , Иншаллаһ, насип булды. Осрашҡан уңайы менән гелән милли кейем тарихы, әһәмиәте һәм дауаһы тураһында һораша торғайным. "Әхирәттәр" төркөмөнә йөрөгәндәр туҡһанды уҙһалар ҙа теремек, алсаҡ һәм аҡыллы инәйҙәр булдылар. Улар барыһыла ҡашмау мотлаҡ кейер кәрәк , баш мейеһендә шыйыҡса кипмәҫ тип раҫлай торғайны . " Бөтә нервыны мейе управлять иткәс. Аҡыл елгә осмаһын , белем дәрәжәң теүәл имен булһын тиһәң , ҡырҡ - илле йәштән ҡашмау кейеп йөрөү кәрәк " - тигәндәре дөрөҫтөр тим.
Әхирәттәр " 25 йыл әүҙем төркөмдә уйнап - бейегәнгә ғүмеребеҙ оҙайлы, ҡашмау кейгәнгә иҫебеҙ теүәл , күҙебеҙ зирәк " тип һаҡмаҡлап бейеүҙәре лә булды.Ҡашмау мәрйене араһынан тап урталай сулпы һалып та тегәләр , ҡурғаш ҡатыш көмөш башты һалҡын тотоуы ла сер түгел .
Өйҙә яланбаш йөрөгәндә быяла, керамик мәрйендән эшләнгән муйынса ҡашмау теҙмәһен башҡа кейеп ҡарағас ҡына , ололарҙың хаҡ һөйләгәненә инандым. Башҡа ипле һәм бик тә уңайлы ятты. Эйлеп - бөгөлгәндә лә баштан шыумай, әрәхәтләнеп өй эше менән дә булышһаңда мәшәҡәтле булманы️ .
Хәҙер генә төшөндөм өләсәйемдең , бәләкәй саҡта сәйер тойолған ғәҙәтенә.
Ҡашмау башҡа ләзәтлек килтереп, шифа - дауаһы булғанға ла башҡорт ҡатындары олоғая килә кейгән икән.
Диңгеҙ, күл , Ирәндек һәм Сыңрау соҡор ер аҫты мәмерйә мәрйен - ҡабырсаҡтарынан эшләнгән ҡашмауҙар баш мейеһен киптермәй , мейегә бәйле ҡан баҫымы, йөрәк сирҙәренә дауалау сараһы сәбәп булғанға, боронғолар ҡашмау эшләп кейгән.
Мәҙинә Фазылова
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4
Они разные по форме содержанию.
Охота узнать что они обозначали для них.