7-9 февралдә Өфөлә беренсе «Ел музыкаһы» музыка һәм бейеү фестивале үткәрелә. Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев яңы программаһы менән таныштыра.
Өс көн дауамында Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмөнөң концерты (7 февраль), дәртле бейеү һәм музыка фестивале (8 февраль) һәм саҡырылған сәхнә йондоҙҙары менән этно-музыка фестивале (9 февраль) була. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сығыштар көтөлә.
— Беҙ таланттар эҙләйбеҙ, ғаризаларҙы йәшкә ҡарамайынса ҡабул иттек. Башлыса Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡатнашалар. Фестивалдең бер үҙенсәлеге — бейеүселәр йәнле музыка аҫтында сығыш яһарға тейеш.
Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры проекты менән ауаздаш исемгә килгәндә, Роберт Юлдашев былай тине:
— «Ел музыкаһы» тигән исем – Хоҙай бүләге. 2013 йылда Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә, бер ҡалала тамашасылар ҡурайҙы, беҙҙең легендаларҙы тыңлағас, концерттан һуң яныбыҙға килде. «Был – ел музыкаһы! Күңелебеҙгә үтеп инде», тине улар һоҡланып. Уларҙың һүҙҙәренән тәнем семерҙәп китте, һәм беҙ программаны шулай тип атарға булдыҡ, — тип һөйләне Роберт Юлдашев. — Беҙҙең эшмәкәрлектә остазлыҡ бар. Беҙгә филармониянан йәш һәләтле музыканттар килеп, тәжрибә үҙләштерҙе, беҙҙең менән практика үтте. Шул рәүешле уларҙың «Ел тыуҙырған моң...» тигән программаһы барлыҡҡа килде.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2