Юлдарға сикләү индерелә!
Был турала Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә.
Һауа торошоно насарайыуы сәбәпле юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында йөк һәм пассажир транспорттары өсөн ваҡытлыса сикләү индерелә:
Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлының 8 – 90 килеметрына тиклем.
Өфө – Инйәр – Белорет юлының 97 – 205 километрында.
Күрһәтелгән участкаларҙа Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт итә, сикләүҙәрҙе үтәүҙе контролдә тота һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер.
Сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, юлдағыларға алдан уҡ маршруттарын планлаштырырға һәм юл билдәләре талаптарын үтәргә, һауа торошо яҡшырғансы юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев