Әбйәлил районында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу мониторингы буйынса күҙәтеү советы ағзалары геология-разведка эштәрен үткәреү урынында булды. Советта ҡатнашыусылар геологик профилдәрҙе һәм эҙләү-баһалау этабы тамамланған быраулау майҙансыҡтарын ҡараны.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, геологик эҙләнеү урман массивын һаҡлауға ҙур иғтибар менән үткәрелә.
“Урман массивын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалдыҡ. Аныҡлап әйткәндә, 200 гектарҙың 7,5 гектары ҡырҡылған, был дөйөм майҙандың 3,5 проценты ғына. Быраулау эштәренән һуң скважиналарға тампонаж яһалды, ландшафт тергеҙелде һәм ҡайтанан уңдырышлы үҫемлектәр ҡатламы төшөрөлдө”, - тип уртаҡлашты компания директоры.
Шуныһы мөһим: артабан ер аҫтын файҙаланыусы ҡырҡылған урманды тергеҙергә һәм һәр ағасты тәрбиәләргә тейеш.
Өфө дәүләт нефть техник университетының геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһы мөдире Владимир Никонов уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында уҡ Әбйәлил районында баҡыр ятҡылыҡтары табылыуын ҡайтанан телгә алды. Әммә ул ваҡытта гидрогеология, технологиялар һәм иҡтисад мәсьәләләре хәл ителмәгән. Шунлыҡтан уны эшкәртеү күҙ уңында тотолмаған, мәғдәндең дә хаҡы түбән булған.
“Бөгөн технологиялар алға бара, иҡтисади шарттар башҡа, баҡыр, элекке йылдар менән сағыштырғанда, бер нисә тапҡырға ҡиммәтләнгән. Беҙ бында йәй башында, геологик эҙләнеүҙәр башланғанда килгәйнек. Әле скважиналар бырауланған, тампонаж яһалғанын күрәбеҙ, йәғни скважина бөтөрөлгән. Тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы кире урынына ҡайтарылған, бөтә майҙан да тигеҙ, стандарт буйынса эшләнгән. Минеңсә, был - башҡа ер аҫтын файҙаланыусылар өсөн бик яҡшы өлгө. Алыҫ Көнсығыш, Байкал аръяғы, Яҡутстан, Колыма һәм бөтә Урал буйлап тиерлек ятҡылыҡтарҙа булыуыма ҡарамаҫтан, тәбиғәткә ҡарата бындай иғтибарлы мөнәсәбәтте һәм быраулау нөктәләрен теркәүҙе бер ҡайҙа ла осратманым”, - ти Владимир Никонов.
Һәр быраулау скважинаһы тимер таҡта менән билдәләнгән, унда скважинаның датаһы, номеры яҙылған. Баҡыр ятҡылығында алты геологик профиле һәм 35 скважина бар. Быраулау ҡулайламаларының дөйөм оҙонлоғо 15 мең метрҙан ашыу тәшкил итә.
“Бәләкәй сульфид тибындағы мәғдән ятҡылығында көкөрт аҙ. Был үҙе тирәләй ҡара кислота сүллеген булдырыусы мәғдән түгел. Бында баҡыр ингән сульфид минералы алынасаҡ. Улар заводтарға китәсәк, ә бында силикат тоҡом ҡаласаҡ. Ул беҙҙе уратып алған гүзәл тәбиғәткә кире үҙгәрештәр индермәйәсәк”, - тип билдәләй эксперт.
Эштәр экологик һәм проект нормаларына ярашлы алып барыла, тәртип боҙоуҙар асыҡланмаған, тип белдерә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Морат Шафиҡов.
“Беҙҙең өсөн ике аспект принципиаль мөһим: процестың абсолют үтә күренеүсәнлеге һәм бөтә тәбиғәтте һаҡлау талаптарын һис шикһеҙ үтәү”, - ти йәмәғәтсе.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев билдәләүенсә, дәүләт экспертизаһы тарафынан баҡыр запасын раҫлағандан һуң, проекттың киләһе этабы - тау-байыҡтырыу комбинатын проектлау өсөн кәрәкле разведкалау стадияһы. Күҙалланған инвестициялар күләме 40 миллиард һум тәшкил итәсәк, яҡынса 1500 эш урыны булдырыу күҙаллана (күбеһенсә Әбйәлил районы халҡы өсөн). Шул уҡ ваҡытта төрлө кимәлдәге бюджеттарға йыллыҡ һалым керемдәре 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был средстволарҙан Әбйәлил районы бюджетына йыл һайын 250 миллион һум күсәсәк.
Күҙәтеү советы рәйесе, Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев компанияның районда быйыл теркәлеүе һәм асыҡ эшләүе хаҡында хәбәр итә. Урындағы халыҡ эшкә әүҙем урынлаша, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала район башлығы.
“Бөгөнгө килеү геологик-эҙләнеү эштәренең план буйынса һәм тәртип боҙоуҙарһыҙ барыуын раҫланы, - тип билдәләне Әминев. — Перспективалар өмөтлө. Компания райондың социаль проекттарына 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте, шул иҫәптән мәктәп-интернатҡа, Буранғол ауылындағы медицина амбулаторияһына капиталь ремонт, беҙҙең “Ирәндек” һауыҡтырыу лагерында спорт комплексы төҙөлдө. 2026 йылға әле үк 100 миллион һумдан ашыуға бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған. Төп проекттарҙың береһе - Михайловка урта мәктәбе өсөн спорт залы төҙөү. Бина ауылдың үҙенсәлекле архитектура биҙәге буласаҡ, уның менән бөтә халыҡ ҡуллана аласаҡ. Төҙөлөштө 2026 йылдың сентябренә тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ Буранғол ауылында клубҡа капиталь ремонт үткәрергә планлаштырабыҙ”.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә.
Сығанаҡ һәм фото: “Башинформ”.
Беҙҙең МАХ каналына
https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Нет комментариев