Руслан Яманбаевтың исеме спорт һөйөүселәргә, айырыуса бералыш төрҙәрен үҙ итеүселәргә яҡшы таныш. Эйе, ул – EFC версияһының ҡатнаш көрәш төрҙәре буйынса донъя чемпионы, кикбоксинг, хәрби самбо һәм ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры. Шулай уҡ Руслан – кикбоксинг һәм ҡатнаш бералыштар буйынса күп тапҡыр Башҡортостан чемпионы булып танылған егет.
Алыш майҙанына һәр ваҡыт ҡамсат бүректә сыҡҡан башҡорт батырын спорт яратыусылар “Кочевник” ҡушаматы буйынса белә. Тыныс тормошта Руслан үҙе генә еңеүҙәр яулап ҡалманы, йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуға ла ҙур өлөш индерҙе. Уның өлгөһөндә әллә күпме малайҙар ҡатнаш көрәш, кикбоксинг менән ҡыҙыҡһынып, бөгөн дә секцияларҙа шөғөлләнә.
– Мин Дәүләкән районында тыуғанмын, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса туғыҙ йәшемдән күрше Шишмә районында үҫтем. Алты балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләндем. Бала саҡтан бик шуҡ, етеҙ булдым. Әсәйебеҙ ике эштә эшләне. Беҙ, балалар, бер-беребеҙҙе ҡарап ҙурайҙыҡ. Бер мәл бокс, төрлө көрәш төрҙәре менән ҡыҙыҡһына башланым. Ауылда спорт сециялары, түңәрәктәр юҡ ине. “Груша” эшләп алып, үҙаллы шөғөлләндем. Йүгерергә яраттым, хатта өс һәм биш саҡрымға йүгереүҙә Шишмә районы чемпионы булып танылдым. Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингәс, спорт менән шөғөлләнеүгә мөмкинлектәр ҙурайҙы. Башта – футбол, аҙағыраҡ кикбоксинг менән мауығып киттем. Афған бәрелешен үткән тәүге тренерым бик күп нимәгә өйрәтте. Һөҙөмтәлә өс йыл эсендә ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәштем: кикбоксинг, бокс буйынса БР чемпионатында, юғары уҡыу йорттары араһындағы чемпионатта, Волга буйы федераль округы чемпионатында, Рәсәй кубогында еңеү яуланым, – ти Руслан.
Артабан да башҡорт батырының спорт карьераһында йондоҙло сәғәттәр бихисап була. Ул күпмелер ваҡыт Екатеринбургта, Нефтекамала йәшәп һәм эшләп ала. Билдәләп үтеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа йәш быуынды тәрбиәләүгә ярайһы уҡ өлөш индерә.
Ә бөгөн инде Руслан Яманбаев – махсус хәрби операция яугире. Быйыл июнь айында контракт төҙөп, ил именлеге һағына баҫҡан. Был аҙымды яһауының сәбәбе менән ҡыҙыҡһынғас:
– Тормошомда нимәнелер үҙгәрткем килде. Әлбиттә, башта бер ай дауамында хәрби әҙерлек үттек, ә бөгөн өлкән уҡсы булараҡ хеҙмәт итәм. Хәрби тәьминәт йәһәтенән зарланырлыҡ түгел, барыһы ла етә. Гуманитар ярҙам саралары килеп тора, – тип бөгөнгө тормошо тураһында һаран ғына итеп һөйләне яугир.
Шулай ҙа әңгәмә барышында уның күптән түгел Жуков ордены менән бүләкләнеүе хаҡында белдек. Рәсәйҙең был дәүләт наградаһы айырыуса ҙур батырлыҡтар күрһәткән яугирҙәргә бирелә, әммә Руслан был хаҡта ентекләп һөйләүҙе кәрәк тип тапманы.
Ә бына “Спортсы булыуың махсус хәрби операцияла ярҙам итәме?” тигән һорауға ихлас яуап бирҙе.
– Һис шикһеҙ, ярҙам итә, сөнки хәрби тормошта ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ, ҡайһы бер мәлдәрҙә йылғырлыҡ кәрәк. Мин ҡатнаш көрәш төрҙәре менән шөғөлләнгәс, реакция, һиҙеү, һаҡланыу һәләте ныҡ үҫешкән. Былар ҙа бик кәрәкле сифаттар, – тине ул.
Русландың ялға ҡайтыуын яҡын кешеләре – ғаиләһе, туғандары һағынып көтөп алған. Ҡыҙы Амелияға – ете, улы Исламға – дүрт йәш.
– Уларға үҙемдең ҡайҙа булыуымды, ниндәй бурыс үтәүемде йәшермәйенсә һөйләйем. Бәлки, аңлап та етмәйҙәрҙер, әммә аталарының ил һаҡсыһы булыуын беләләр, миңә арнап һүрәттәр эшләйҙәр, – тине яугир һәм беҙгә балаларының ҡул эштәрен күрһәтте.
Бала ҡулы менән яҙылған “Атай, тиҙерәк өйгә ҡайт! Мин һине яратам!” тигән юлдар күңелдә һағыш та, ғорурлыҡ та уятты.
Эйе, ярайһы уҡ уңышлы барған спорт карьераһын ҡалдырып, именлек һағына баҫҡан Руслан Яманбаев кеүек егеттәре менән көслө илебеҙ. Улар был эште ысын ирҙәр бурысы тип һанай. “Яҡындарыбыҙға – сабырлыҡ, ә иптәштәремә имен-аман булып, тыуған яҡтарға, ғәзиз кешеләре янына иҫән-һау ҡайтырға яҙһын”, – тигән теләген еткерҙе Руслан әңгәмә һуңында. Беҙ ҙә ошо изге теләктә ҡалабыҙ. Уның үҙенә лә яҡты хыялын – тренер булып, балаларҙан ысын спортсылар тәрбиәләү ниәтен тормошҡа ашырырға яҙһын!
Г. Яҡшығолова.
Нәсих Хәлисов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев