Креатив индустриялар. Был модалы һүҙ беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа ғына ишетелә башланы. Ишетелә башланы ла шунда уҡ бик күп ижадсыларҙы, эшҡыуарҙарҙы йәлеп итте лә. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостанда креатив индустрияларға ярҙам итеү системаһы булдырылды. Бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси иғтибары ҙур роль уйнаны.
Башланыҡ та, еңдек тә
Һәм тәүге һөҙөмтәләр күренә лә башланы: 2025 йылда Башҡортостан илдең иң креатив субъекттарының береһе тип танылды, ул креатив индустриялар өлкәһендә абруйлы Рәсәй милли премияһының өс финалсыһы исемлегенә инде. Беҙ Төмән һәм Силәбе өлкәләре менән бер рәттән “Креатив төбәк” номинацияһында еңдек. Башҡортостан конкурсҡа республиканың һәр районы һәм ҡалаһының үҙенсәлеген сағылдырған 32 проект тәҡдим итте.
Креатив индустриялар әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса федераль һәм төбәк кимәлендәге ватан иҡтисадының динамик үҫешкән секторҙары булып тора. Башҡортостанда республика властары креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса системалы эш булдырҙы. Атап әйткәндә, 2025 йылда республикала “Башҡортостан Республикаһында креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһында”ғы Закон, шулай уҡ иҡтисадтың был өлкәһен көйләүсе норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән Креатив индустрияларҙы үҫтереүҙең төбәк стандартын индереү әүҙем бара. Төбәктә уны индереү буйынса терәк ойошма булып Башҡортостан Республикаһының Стратегик эшләнмәләр үҙәге тора, уның ҡарамағында Креатив индустрияларҙы үҫтереү дирекцияһы эшләй башлай. Быйыл апрелдә Башҡортостан Башлығы Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса республика советы ултырышын үткәрҙе, унда тармаҡ алдында торған өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде. Республика Башлығы системалы рәүештә “Ижади индустриялар сәғәте”н үткәрә. Бынан тыш, 50 миллион һум капитал менән креатив проекттарға ярҙам итеү өсөн Креатив индустрияларҙы үҫтереү фонды булдырылған.
Ижад менән иҡтисад ҡушыла
Эйе, Башҡортостан был тармаҡ менән бик әүҙем шөғөлләнә. Төп бурыс – ижади индустрияларҙы иҡтисади тармаҡта ғәмәлгә индереү. Беҙҙең төбәк властары быны уңышлы тормошҡа ашыра. Төбәк стандарты проектын әҙерләүселәр Башҡортостанды ыңғай миҫал итеп билдәләй. Башҡортостанда власть һәм ижади берләшмә араһында индустрияны берлектә үҫтереүгә йүнәлтелгән “социаль килешеү” төҙөлдө.
Федераль эксперттар фекеренсә, Башҡортостан иҡтисадтың ижади секторын уңышлы үҫтереү генә түгел, башҡа төбәктәр өсөн дә тенденциялар билдәләй. Мәҫәлән, Башҡортостан 8 августа Креатив индустриялар көнөн рәсми раҫлаған тәүге субъект булды.
Ижади индустрияларҙы индереүҙә республика ғына түгел, муниципаль властар ҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Республиканың муниципаль берәмектәрендә бизнес-шәрифтәр институты уңышлы эшләй.
Бөгөн Башҡортостанда өс ижади индустрия мәктәбе бар, улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа урынлашҡан. Креатив индустриялар мәктәбе – колледждарҙа эшләгән өҫтәмә белем биреү үҙәктәре. Улар 12-17 йәшлек балаларға өҫтәмә күнекмәләр алыу мөмкинлеген бирергә тейеш. Унда анимация, видеоуйындар, тауыш режиссураһы, электрон музыка, фото - һәм видеоконтент булдырыу кеүек ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр бар.
Тәүгеләрҙән премия булдырылды
Әле күптән түгел генә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында “Башҡортостандың ижади иҡтисады: трендтар, ҡиммәттәр, инструменттар, үҫеш” стратегик сессияһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны һәм креатив индустриялар өлкәһендә йыл һайын биреләсәе республика премияларын тапшырҙы.
— Беҙҙең командала ижади индустрияға ярҙам сараларын уйлап тапҡанда, йыл аҙағында ижади берләшмәнең барлыҡ вәкилдәренә йомғаҡ яһарға һәм хөрмәт күрһәтергә кәрәк тигән идея тыуҙы, – тине Радий Хәбиров Башҡортостанда креатив индустрия өлкәһендәге “Ижадсылар” беренсе премияһын тапшырғанда. – Мин һәр ваҡыт Башҡортостандың һәләтле кешеләргә бик бай булыуын әйтәм. Улар республикабыҙ һәм Рәсәй халҡын ғына түгел, ә халыҡ-ара кимәлдә лә хайран ҡалдыра һәм ҡыуандыра. Был - беҙҙең музыкаль әҫәрҙәр, IT-продукттар, башҡорт киноһы һәм анимацияһы. Ә беҙҙең урбанистарҙың күп кенә проекттары иң абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа урын яулай. Шуға күрә беҙгә һәр ваҡыт ғорурланырлыҡ кешеләр һәм эшләнмәләр бар. Бөгөн беҙ был премия финалсылары менән һөйләшеп, уларҙың тәьҫораттары, яңы идеялары, теләктәре һәм ҡараштары траһында белергә булдыҡ.
Уларҙы донъяла беләләр
“Ижадсылар” премияһы финалсылары араһында бар республикаға ғына түгел, ә күрше төбәктәргә лә билдәле HOME бренды бар. Уға ике кеше – Евгений Приземин менән Иван Кожемякин нигеҙ һалған. 2017 йылда ике дуҫ үҙенсәлекле нәмә уйлап табыу идеяһы менән яна һәм тыуған яғына мөхәббәтен күрһәтеү өсөн кейемдәргә яңы принт уйлап сығара. HOME тип аталған принтта О хәрефе төбәк йәки илдең картаһына алмаштырыла.
Ул кешеләргә, айырыуса йәштәргә шул тиклем оҡшай, тиҙ арала ҙур популярлыҡ яулай. 2020 йылда улар Өфөлә тәүге магазиндарын һәм үҙ етештереүен аса. Бөгөн был - Башҡортостанда 1300 квадрат метр майҙанлы һәм айына 8000 әйбер етештереү ҡеүәтенә эйә булған ҙур производстволарҙың береһе. Шулай уҡ уларҙың өс магазины бар. Егеттәр үҙҙәренең еңеүҙәре тураһында һөйләне.
– Ижади индустрия өлкәһендә “Ижадсылар” премияһына лайыҡ булдыҡ һәм беҙҙең бренд “Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни коды” номинацияһында еңде. Был матур статуэтка ғына түгел. Тимәк, беҙҙең көн һайын эшләгәнде күрәләр, билдәләйҙәр. Беҙ булдырған кейем – еребеҙгә, тамырҙарыбыҙға, бында йәшәгән һәм эшләгән кешеләргә һөйөү. Был награда бөтә командабыҙҙың ҡаҙанышы һәм беҙ компанияны ғына түгел, ә төбәк иҡтисадын да алға этәреүебеҙҙе аңлайбыҙ. Компаниябыҙ эш урындары булдыра, мәҙәни код төҙөй, донъя кимәлендәге брендтың өйҙә тыуыуын күрһәтә. Бындай саралар һәм бизнесҡа ихлас ярҙам күрһәткәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа айырым рәхмәт. Был бик һиҙелә һәм бик мөһим, – тине Евгений Приземин менән Иван Кожемякин.
Премияның финалына үткән компаниялар араһында тағы ла Өфөлә ҙур танылыу яулаған “Бәрәкәт” кафелар селтәре бар. Улар премияға “Ете” тип аталған проект менән сыҡҡан. "Бәрәкәт" кафе селтәренең коммуникация проекты, ҡәһүә стакандарында урынлаштырылған билдәле шағирҙарҙың шиғри әҫәрҙәре аша милли кодты пропагандалау ярҙамында башҡорт аш-һыуы брендына иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
“Бәрәкәт” компанияһы 2016 йылда төҙөлә. Илгиз һәм Азамат Рамаҙанов исемле ағалы-ҡустылы кафе асырға хыяллана. Тик ябай түгел, ә традицион рецепттар буйынса әҙерләнгән милли аш-һыулы хәләл-кафе итергә теләйҙәр. Улар бында йәштәрҙең, ғаиләләрҙең килеүен теләй. Һәм 2016 йылда хыялдары тормошҡа аша. Бөгөн Өфөлә 14 кафе эшләй. Туғыҙ йыл эсендә “Бәрәкәт” күп һанлы PR-компаниялар үткәрә, шуларҙың күптән түгелгеһе – ошо “Ете” коммуникация проекты.
– "Ете" проекты сиктәрендә команда башҡорт шағирҙарының милли сюжеттары һәм шиғырҙары яҙылған ете төрлө кофе стаканы әҙерләне. Акция өсөн Мостай Кәрим, Салауат Юлаев, Сәйфи Ҡудаш, Ғилемдар Рамаҙанов, Рәми Ғәрипов, Рәшит Ниғмәти һәм Әсхәл Әхмәт-Хужаның ете шиғри әҫәре һайланды. Ҡунаҡтарға ете төрлө стакандан торған коллекция йыйып, ҡәһүә һатып алырға тәҡдим ителә. Уны йыйып, чектарҙы теркәргә һәм махсус приздарҙың береһен яуларға мөмкин, – тип һөйләне “Бәрәкәт” кафелары селтәрен үҫтереү буйынса директоры Руслан Тазов. – Беҙ был милли премияла финалға сыға алыуыбыҙ менән бик шатбыҙ. Үтә лайыҡлы кешеләр һәм компаниялар менән көс һанаштыҡ, үҙебеҙҙең эште күрһәтә алдыҡ. Был поектты артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Уны мәҙәни кодҡа тиклем киңәйтергә уйлайбыҙ. Артабан йәштәр менән әүҙемерәк эшләргә ине. Беҙҙең кафелар вуздар һәм урта уҡыу йорттары янында урынлашҡан, шуға улар йыш килә. Һәм башҡорт шағирҙарын, уларҙың шиғырҙарын белеүҙәре бик һәйбәт. Башҡортостан компанияларына ошондай премия булдырғандары өсөн етәкселеккә, Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт.
Райондар ҙа тенденцияларҙан ҡалышмай
Бөрө ҡалаһында “Бөрө тарихы” фестивале үткәрелеп килә. Сара Рәсәйҙең 11 төбәгенән һәм 17 ҡалаһынан 29 хәрби-тарихи клубтан реконструкторҙарҙы берләштергән. Ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы ысын мәғәнәһендәге ваҡыт сәйәхәтендә ҡатнаша. Улар төрлө дәүерҙәрҙең көнкүрешен күрә, совет осорондағы ретро-техника менән таныша, тарихи аш-һыуҙы ауыҙ итә, уҡсылар лагерының нисек ойошторолоуын белә. Иң һоҡланғыс ваҡиға булып тарихи реконструкциялар тора.
Фестивалгә бөтәһе биш меңгә яҡын тамашасы йыйылған. Уның ойоштороусылары – Илдар Аҡбулатов менән Руслан Хәмиҙуллин. Егеттәр ҙә премияла ҡатнашып, уның финалсыһы булған.
– Хәҙерге заманда ижади индустриялар – иҡтисадтың тиҙ үҫешкән йүнәлеше. Был өлкәгә ҙур өлөш индереүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙең “Бөрө тарихы” фестивале премияның “Креатив ваҡиға” номинацияһында өс финалсының береһе булды. Был беҙҙең өсөн ҙур абруй. Бөрөлә бер нисә йыл инде ижади берләшмә булдырыу буйынса эш алып барыла. Власть, бизнес һәм ижади берләшмә бер-береһе менән бик яҡшы аралаша, ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле нәмәләр булдыра. Ошо йылдар эсендә ҡалабыҙҙа ижади өлкәлә 50-нән ашыу проект тормошҡа ашырылды һәм быларҙың барыһы ла дөйөм тырышлыҡ арҡаһында, – тине “Бөрө ҡәлғәһе” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры урынбаҫары Руслан Хәмиҙуллин.
Шишмә районында иһә күптәр Мария Товмасянды яҡшы белә. Һәм уның абруйлы премияла ҡатнашыуын ғорурлыҡ менән ҡабул итәләр. Мария ҡыҙы Вера Зиновьева менән “Мөхәббәт” этно-брендын булдыра. Уларҙың тарихы “Торахан” кәшәнәһе визит-үҙәген асыу менән башлана. Ҡатын үҙәк өсөн этник картиналар коллекцияһын булдыра һәм бер рәсем “Мөхәббәт” тип атала. Ғашиҡ пар төшөрөлгән был һүрәт брендтың йөҙөк ҡашына әүерелә лә.
Мария картиналарын үҙенсәлекле технология ярҙамында булдыра. Тәүҙә төшөрә, шунан штукатурлай, аҙаҡ эпоксид ыҫмала менән ҡаплай. Бынан һуң уны милләттәрҙең мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған декоратив элементтар биҙәй. Артабан һүрәттәр һанлаштырыла һәм баҫмаға әҙерләнә. Уларҙан сувенир тауарҙары булдырыу идеяһы - Марияның ҡыҙы Вераныҡы. Брендлы әйберҙәр араһында: яулыҡтар, көндәлектәр, төрлө һүрәттәр менән кружкалар һәм футболкалар. Һуңғы коллекцияларҙың береһендә кейемдә тәңкәләр ҙә барлыҡҡа килә. Мария уларҙы ҡул менән тегә. Былар “Торахан” визит-үҙәгендә һатыла.
"Мөхәббәт" брендының уңышы иғтибарһыҙ ҡалмай. Мария Товмасян Шишмә районында “Ижади индустриялар сәғәте”ндә тәүгеләрҙән булып ҡатнаша, әлеге ваҡытта муниципалитетта ижади йүнәлеште үҫтереү буйынса урындағы хакимиәт башлығы кәңәшсеһе вазифаһын биләй.
– Беҙ етештереүҙе киңәйтергә һәм Башҡортостандан ситкә сығырға ниәтләйбеҙ. Илдең һәр төбәгендә үҙенең ғашиҡ пары, ә ҡайҙалыр хатта интернациональ пар булырға тейеш. Премияла ҡатнашыу миңә яңы ҡанаттар ҡуйҙы. Артабан да тырышып эшләйәсәкмен, – ти Мария Товмасян.
Анна АЛЛАҠАЕВА,“FACTOR VOSTOKA” Рәсәй мода фестиваленә нигеҙ һалыусы һәм продюсер:
– Беҙ был абруйлы премияның финалына сыҡтыҡ. FACTOR VOSTOKA фестивале ул үҙенә күрә бер модалы экосистемаға әйләнде. Беҙ йәш, саҡ эш башлап торған һәм шул уҡ ваҡытта билдәле мода брендтарын алға ебәреү менән шөғөлләнәбеҙ. Фэшн-индустрияла эшләүебеҙгә 20 йыл булды. Күп дизайнерҙар һәм брендар өсөн нигеҙ, башланғыс булдырҙыҡ. Әле беҙҙең проект аша үткән кешеләр уңышлы рәүештә баҙарҙа эшләй һәм Рәсәй иҡтисадын тулыландыра. Проект иң баштан алға ебәреүсе булып эшләне һәм дауам итә, продюсер үҙәге булараҡ та эшмәкәрлек алып барабыҙ. Әле беҙҙең үҙебеҙҙең ялтырауыҡлы журналыбыҙ бар. Унда мәҙәниәт тураһында һөйләйбеҙ. Башҡортостанға, уның етәкселегенә рәхмәтем ҙур, ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәкһең тип иҫәпләйем. Тыуған ер беҙгә мөмкинлектәр, илһам, ярҙам бирә. Әле ошондай “Ижадсылар” премияһын булдырыу беҙҙең кеүек ижади кешеләр өсөн ҙур стимул. Ижадҡа ышаныу һәм ярҙам кәрәк. Тимәк, беҙ артабан тағы ла күберәк эшләйәсәкбеҙ.
Ә. Минғәлиева.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты һәм геройҙар архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев