Оҙон плащлы ҡарт беҙҙең ишек алдынан мәңге сыҡмаҫ һымаҡ. Ул арала әсәйем аласыҡтан уға ниндәйҙер моҡсай килтереп тотторҙо. Ҡарт башын һелкә-һелкә... әллә рәхмәт әйтте инде шунда. Булмаҫ! Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда тартып алып, талап сығып китер енәйәтсе кеүек бит ул. “Һеҙҙекеләрҙән хәбәр бармы?..” “Юҡ шул, һеңлем...” “Үҙегеҙ берәй барырға йыйынмайһығыҙмы?..” Өҙөк-йыртыҡ хәбәрҙәрен тыңлап ята торғас, ҡыҙыҡһыныулы шөбһәмде йоҡо еңеп, ултырған еремдә әүен баҙарына киткәнмен. Исемемде ҡысҡырғандарына уянып, ҡайҙалығымды аңламайынса ята биргәс, йәмһеҙ ҡарт иҫемә төшөп, тишеккә ябырылдым – күренмәй. “Ҡурҡыттың, ярты көн буйы һине эҙләнек”, – тинеләр аҙаҡ. “Зәки ҡарт нимәгә килгән?” – йәшенгән еремдән сыҡҡас, тәүге һорауым шул булды. Бына шунда әсәйем ғүмерлеккә һабаҡ бирҙе миңә: – Оло ауыҙ! Атайыңдан өлкән кешене ниңә улай йәмһеҙ атайһың? Тулыһынса: https://bashgazet.ru/news/-bi-t-m-m-ni-t/2025-12-11/sh-rl-y-inek-ul-arttan-4503368

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев