Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла башҡортостандар батыр һәм ҡыйыу кеүек сифаттарға эйә булғаны өсөн командирҙар уларҙы һәр ваҡыт бүтәндәргә өлгө итеп ҡуя, яҡташтарыбыҙҙың тыуған яҡтарына Маҡтау хаттарын оҙата.
Әйткәндәй, Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов Ватан һаҡсыһы И. Ғатауллинға "Батырлыҡ" орденын тапшырған.
– Яҡташыбыҙ илебеҙҙе дошмандан һаҡлай, ә ул – ир-аттың төп бурысы, – ти Руслан Ғәлийән улы. – Ғөмүмән, Учалы егеттәре һәр саҡ бурысын намыҫ менән башҡара, һәр ваҡыт лидер, гел генә алдынғы. Тап улар йәш быуынға һәр йәһттән дә өлгө.
Ил һаҡсыһы әйтеүенсә, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың һәр береһе тыныс халыҡтың яҡты киләсәген хәстәрләй, дошманды Рәсәй сигенән сигендереүен дауам итә.
– Һалдаттар араһында теләктәшлек ифрат көслө, – ти ул. – Алғы һыҙыҡта саҡта ул айырыуса ныҡ тойола. Бер-берең өсөн тауҙай тороу, яуҙаштарҙы дошман пуляһынан һаҡлау, хәйер, барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел. Тылдағыларҙан гуманитар ярҙам даими килеп тора, рәхмәт барыһына ла.
Фото: Әлмира Ковалевская.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев