Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлеше (индустриаль (сәнәғәт) парктарын, сәнәғәт техник парктарын, юғары технологиялар өлкәһендәге техник парктар һәм сәнәғәт кластерҙарына ҡағылышлы өлөшө)” мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙары үткәрелде.
Сараның маҡсаты – “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһв Законының үтәлеше (индустриаль (сәнәғәт) парктарын, сәнәғәт техник парктарын, юғары технологиялар өлкәһендәге техник парктар һәм сәнәғәт кластерҙарына ҡағылышлы өлөшө) буйынса комплекслы анализ. Фекер алышыуҙарҙа парктар һәм кластерҙар резиденттарына дәүләт ярҙамының йоғонтололоғона, шулай уҡ уларҙың республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә айырым иғтибар бирелде.
Индустриаль (сәнәғәт) парктары, сәнәғәт техник парктары, юғары технологиялар өлкәһендәге техник парктар һәм сәнәғәт кластерҙары булдырыу һәм үҫтереү – Рәсәй Федерацияһының һәм уның төбәктәренең дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының һәм эшҡыуарлыҡ йәмғиәтенең системалы һәм маҡсатҡа йүнәлешле эшмәкәрлеге.
2024 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан сәнәғәт кластерҙары булдырыуҙа ил төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй. Әле республикала 25 сәнәғәт кластеры иҫәпләнә. Быйылғы йыл аҙағына саҡлы ауыл хужалығы машиналары етештереүселәр кластеры ойоштороласаҡ, унда Башҡортостан, Краснодар крайы һәм башҡа ҡайһы бер төбәктәрҙең предприятиелары ҡатнашасаҡ, был эштә Үзбәкстан предприятиелары ла уртаҡ хеҙмәттәшлек итәсәк.
ФЕКЕР
Илшат ТАЖЕТДИНОВ,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт - Йыйылышы Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:
“Парламент тыңлауҙарында республика парламенты депутаттары, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөүмәтенең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, прокуратура белгестәре, эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил, муниципалитеттар етәкселәре, индустриаль парктар һәм кластерҙар етәкселәре ҡатнашты.
Сәнәғәтте үҫтереү тураһындағы ҡанунды ҡабул итеү 10 йыл элек федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле булды. Парламент тыңлауҙарында сәнәғәтте үҫтереүҙең бөгөнгө тормошон анализлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Комплекслы анализ республиканың технологик үҫешенә этәргес бирергә, уның көнәркәшлеген көсәйтергә, республиканың тотороҡло үҫешенә ыңғай йоғонто яһарға тейеш.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Рәшит Кәлимуллин.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев