“Башҡортостан” полкында Даян Мурзин батальонында хәрби туҡландырыу ашнаҡсыһы булып тәүге линияла хеҙмәт иткән ул. Яҡындары махсус хәрби операцияға барырға тигән ҡарарын ауыр ҡабул итһә лә, һуңынан ҡаршы килмәйҙәр, яйлап күнәләр.
– Ғаиләм, яҡындарым, илем алдындағы яуаплылыҡ көслө. Шуға ла 2024 йылда контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлландым. Еңел түгел унда. Һәр ваҡыт атыш, ут аҫтында йөрөйһөң. Әгәр беҙҙең егеттәр унда булмаһа, дошмандар бында килеп етерҙәр ине. Яуҙа байтаҡ дуҫтарымды юғалттым. Иң ауыры яуҙа хәрби тормошҡа ныҡлап өлгөрөп тә бөтмәгән, контракт төҙөп килгән 18-19 йәшлектәрҙе күреү. Уларға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыштым. Былтыр март айында аяҡтарым ҡаты яраланды, береһе өҙөлдө. Блиндажға тиклем яуҙаштар һөйрәп алып барҙы. Тәүҙә Белгородҡа эвакуациялап, беренсе ярҙамды күрһәттеләр. Һуңынан Мәскәүгә күсерҙеләр. Унда госпиталдә операция эшләнеләр, протез ҡуйҙылар. Яйлап ҡына атларға өйрәндем. Шулай ҙа таяҡты ҡулдан ысҡындырманым әле. Иҫән-имен ҡайтып еткәс,тыуған еремә баш эйҙем, – тип һөйләне Дмитрий Валерьевич.
Аяғы ҡаты яраланһа ла, яйлап күнегә яугир. Дуҫтары машина бүләк иткәс, машина йөрөтөргә өйрәнеп алған. Ҡатыны, улы, ҡыҙы, ейәнсәре, ғөмүмән, барлыҡ яҡындары уға терәк. Махсус хәрби операциялағы дуҫтары менән дә бәйләнеш көслө. Хәрби хәрәкәттәр ветерендары менән үҙ-ара бәйләнештәләр, яңыраҡ махсус хәрби операциялағы егеттәргә тепловизор алып ебәргәндәр.
–Йәш быуынға теләгем – яҡшы итеп уҡыһындар, Тыуған илдәрен яратһындар, – тине ул.
Үҙе тыуған ерендә булһа ла, күңеле менән һаман да хеҙмәттәштәре янында. Яуҙағы һуңғы операция өсөн “Ҡаһарманлыҡ өсөн” тигән миҙалын да ул ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай.
Дмитрий Маликов һымаҡ ветерандар – йәш быуын өсөн илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә. Иле өсөн үҙенең ғүмерен аямағандарға һәр ҡайһыбыҙ таяна ала.
Автор фотоһы.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев