Константин Толкачев был сараның әһәмиәтен юғары баһаланы, уны ижтимағи кәйефтең индикаторы тип атаны.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың традицион Тура бәйләнеше үтте. Дүрт сәғәттән ашыу барған һөйләшеүҙә ул бихисап һорауҙарға яуап бирҙе, ҡалғандары уның командаһы тарафынан эшләнәсәк. Был сара буйынса үҙенең фекере менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев уртаҡлашты. Ул был сараның әһәмиәтен юғары баһаланы, уны ижтимағи кәйефтең индикаторы тип атаны.
Төбәк парламенты спикеры һүҙҙәренсә, был тура аралашыу форматы власть менән йәмғиәт араһындағы диалог өсөн мөһим.
– Республика Башлығы ғәҙәттәгесә киҫкен темаларҙан ҡасмай һәм граждандарҙы борсоған һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирә. Бындай тура бәйләнештәр кешеләрҙең реаль ихтыяждарын һәм проблемаларын асыҡлау өсөн бик мөһим, ул төбәк етәксеһенә халыҡтың һорауҙарына оператив яуап бирергә мөмкинлек бирә. Был граждандарҙың ихтыяждарын яҡшыраҡ аңларға һәм дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәрен билдәләргә ярҙам итә, – тине Константин Толкачев. – Аудиторияның һәм күтәрелгән проблемаларҙың киң спектры хәлдәрҙең ағымдағы торошо тураһында тулы картина төҙөргә мөмкинлек бирә. Һорауҙарҙың байтаҡ өлөшө муниципалитеттарҙың яуаплылыҡ өлкәһенә ҡағылды, әммә республика властарының туранан-тура юрисдикцияһындағы темалар ҙа яңғыраны. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары – тура бәйләнештең иң иғтибарлы тыңлаусыларының береһе. Алынған мәғлүмәт артабанғы закон сығарыу эше өсөн ҡеүәтле импульс бирә, һәм парламентарийҙар үткән һөйләшеүҙең йөкмәткеһен ентекле өйрәнә башланы ла инде.
Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1