Быйылғы ярты йылда Башҡортостанда бер миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең күптән түгелге оператив кәңәшмәһендә әйттеләр.
Ә 2024 йылда республика төҙөүселәре рекордлы 3,3 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырғайны, 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Республикала торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе бер кешегә 30 квадрат метрға еткән.
Торлаҡ төҙөү генә түгел, уның тирә-яғын күркәмләндереү, халыҡ тормошо өсөн уңайлыраҡ итә барыу буйынса ла ҙур эш башҡарыла Башҡортостанда. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 августа Ҡазанда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү форумында илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәрен иғлан итте.
– Беҙ 10 ғариза тапшырғайныҡ, шуларҙың бишәүһе еңде. Октябрьский, Дүртөйлө, Шишмә, Үрге Йәркәй һәм Кушнаренко. Федераль аҡса күләме — яҡынса 500 миллион һум. Шуға күрә йәһәт кенә эшкә тотонорға кәрәк, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта.
Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә килгәндә, быйылғы тәүге ярты йыллыҡта республика халҡы 898 мең квадрат метр торлаҡ төҙөп алды. “ Дом.рф .” сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙең төбәк был күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләй. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан алда Мәскәү, Ленинград һәм Свердловск өлкәләре, Краснодар крайы, Татарстан ғына бара.
Төҙөлөш Башҡортостан иҡтисадының төп йүнәлештәренең береһе булып ҡалыуын дауам итә һәм бөгөн тулайым төбәк продуктының ете процентын алып тора. Республика төҙөлөш өлкәһенең ҡеүәттәрен әүҙем үҫтерә бара, әле был тармаҡта 180 мең кеше эш урындары менән тәьмин ителгән. Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, төҙөлөштә башҡарылған хеҙмәт күләме 480 миллирд һум тәшкил итте һәм алдағы йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк булды.
Республикала авариялы торлаҡ мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителә. Былтыр Башҡортостан авариялы торлаҡ фондын бөтөрөү буйынса милли проектты ваҡтынан алда үтәне. Дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метр булған иҫке майҙанда йәшәгән 1 120 кеше яңы фатирҙарға күсерелде.
Владислав СИДОРКИН, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары:
– Башҡортостанда мәктәп төҙөлөшө лә әүҙем бара: һуңғы алты йылда беҙҙә 48 яңы мәктәп һәм 33 меңгә яҡын урынлы 65 балалар баҡсаһы асылды. Президентыбыҙ Владимир Путин республика математика лицей-интернат төҙөү тәҡдимебеҙҙе хупланы. Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышы үткәрелде, математика лицей-интернатының төҙөлөш майҙансығында эштәр башланды. Ике йылдан бөтә республиканан йыйылған 360 һәләтле баланы ҡабул итерлек иновацион учреждение барлыҡҡа киләсәк.
Шулай уҡ Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары кампусын төҙөү ҙә дауам итә. Бында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған уникаль ғилми кластер буласаҡ.
Рәшит Кәлимуллин.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев