Һәр яугиргә һәм уның ғаиләһенә район хакимиәте һәм башҡа власть органдары вәкилдәре араһынан яуаплы кеше беркетелгән. Етәкселәр улар менән тура бәйләнештә эшләй, даими рәүештә хәлдәрен белешә, килеп тыуған донъяуи һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Район хакимиәте, предприятие һәм ойошма етәкселәре, эшҡыуарҙар, битараф булмаған ябай халыҡ республикала быйыл 15-се йыл рәттән ойошторолған “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһына ла әүҙем ҡушылған. Мәҫәлән, был эшкә тәүгеләрҙән булып Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев үҙ өлөшөн индергән. Уның өлгөһөнә башҡа коллегалары ла ҡушылған.
Акция барышында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә генә түгел, махсус хәрби операция яугирҙәренең балаларына ла ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, август уртаһына ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 24 ғаиләнән 42 балаға мәктәп кәрәк-ярағы бүләк ителгән. Улар араһында һигеҙ МХО яугиренең ғаиләһе лә бар.
Фотолар: Яңауыл районы хакимиәте сайтынан.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев