Бына бит, ҡыҙыҡлы мауығыу ҙа тапҡан үҙенә тип һөйөнөргә лә өлгөрмәнем, унан хәбәр алдым. Баҡһаң, ул йәнә лә алғы һыҙыҡта, "балыҡ" тип ҡыялатып ҡына әйтеүе икән. Шулай ҙа ҡулайлаштыҡ. Аслан һорауҙарыма тауышлы смстар менән менән яуап бирҙе. Туптар тауышы ишетелеп торған сәләмдәрҙе тыңлау ни ҡәҙәрем тулҡынландырғыс булыуын аңлайһығыҙҙыр.
27 йәшлек кенә ирҙең үҙ иңенә ил хәстәрен алыуын, һәр һөйләмендә уйын йәшермәй, фекерҙәрен асыҡ итеп әйтеүенә һоҡландым һәм уның өсөн ғорурлыҡ кисерҙем. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Аслан Сафиндың тормош юлы шыма ғына түгел. Һынауҙар уны, гүйә, тыуғандан һынап торғандай.
– Аслан, һеҙ нисек яугирлек юлына баҫтығыҙ? Үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙсе?
– Өлгө булырға йәки кемделер һуғышҡа барырға рухландырырға теләмәйем. Беләһегеҙ, был бик хәүефле, һәм мин бер кемгә лә был юлдан китергә кәңәш итмәҫ инем.
Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһында йәшәргә тейеш булғанмын. Әммә үҙемде белгәндән бирле, биш йәшемдән балалар йортонда үҫтем, атай-әсәйебеҙ беҙҙе ташлап киткән. Өфө агросәнәғәт колледжында төҙөлөш эштәре мастеры һөнәре буйынса уҡыным. 2017-2018 йылдарҙа армияла хеҙмәт иттем. Яҡшы хеҙмәтем өсөн командирҙар артабан ҡалырға тәҡдим итте. “Тюльпан”, “Пион” (“Малка”) ҙур калибрлы үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаларында эшләнем.
Армиянан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетына йылылыҡ энергетикаһы һөнәре буйынса уҡырға индем һәм дүртенсе курстан ситтән тороп уҡыуға күсеп, “Роснефть” заводында технологик үткәргес торбалар монтажсыһы булып эшләй башланым. Бригадир, өлкән етәксе булдым, яуаплы ҡарауым һәм һәр эшкә тәүәккәл тотоноуым өсөн хөрмәт иттеләр.
Спортҡа ылыҡтым һәм уға тоғромон – еңел атлетика, турниктар, брустар менән дуҫлаштым. Был өлкәләге ҡаҙаныштарым өсөн күп миҙалдар һәм грамоталарға лайыҡ булдым.
2022 йылда МХО башланғас та унда китергә ҡарар иттем, әммә ғаилә хәлдәре арҡаһында тотҡарландым. 2023 йылда был теләгемде тормошҡа ашырырға юлға сыҡтым, тик кире ҡайтырға мәжбүр булдым.
2024 йылдың апрелендә беренсе контрактыма ҡул ҡуйҙым. Армия сафында хеҙмәт иткәндә үк Донецк йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡайным, был яҡтарҙы яҡшы белеүем ярҙам итте. Ауыр яраланһам да, бер аҙ хәл алғас, киләһе контрактымды төҙөнөм.
Ай ярымдан һуң өсөнсөгә ҡаты яраландым — ярсыҡ һул тубығыма эләкте. Яра бик етди, тине табиптар. Ярты йылдан шулай ҙа аяғыма баҫтым һәм бына өсөнсө контрактымды инде МХО тамамланғанға тиклем тип төҙөнөм.
Был ҡарарға нимә этәрҙе тиһегеҙме? Беренсенән, балалар йортонда бергә булған иптәштәрем шунда ҡалды. Үҙемде тик шунда күрҙем, сөнки өйҙә генә ултырыу асылыма ситен. Миңә даими хәрәкәт кәрәк.
Тормош мине төрлөсә һынаны. Барыһы ла ыңғай ғына бармай. Ғүмер буйы йәшәү, ғәҙеллек өсөн көрәшәм. Бер ҡасан да был донъяны үҙенән-үҙе төҙәлер тип уйламайым, тырышырға тура килә.
Һәр нәмәгә үҙ фекерем бар, үҙ яҙмышымды үҙем һайлайым һәм алға барам. Ҡатмарлы холоҡло булыуыма ҡарамаҫтан, мине хөрмәт итәләр, сөнки мине ғәҙел һәм намыҫлы тип һанайҙар.
Әле Волчанский йүнәлешендә хеҙмәт итәм. Икенсе контракт ваҡытында штурмлау төркөмө командиры итеп ҡуйғайнылар. Башҡортостанда алты кешенән торған штурмлау төркөмөмдө төҙөнөм. Уларҙың барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, уңыйы тура килгәндә осрашабыҙ, бер-беребеҙҙең ҡулдарын ҡыҫабыҙ, ҡосаҡлашабыҙ һәм һәр беребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Улар миңә туғандарым кеүек, мин дә улар өсөн шулай уҡ ҡәҙерле. Мин ҡырыҫ шарттарҙа үҫкән ябай кеше булараҡ, тап ошонда үҙемде ышаныслы тоям, хәрби иптәштәремә ярҙам итеүҙе бурысым тип һанайым.
Аллаһ Тәғәлә нисек ҡушһа, шулай булыр. Иртәгә нимә көтәсәген бер кем дә белмәй, тәҡдиргә яҙғанды күрәбеҙ. Алдан әйткәйнем инде, әсәйем һәм атайым беҙҙе ташлап китте. Аскер ҡустым да минең артымса фронтҡа китте.
Дүрт тапҡыр яраландым, бишенсеһе – еңелсә. Беҙ – ҡаһармандар түгел. Ҡаһармандар ана улар, тыуған ил өсөн ҡорбан булғандар. Әммә мин ысын күңелдән барығыҙға ла һаулыҡ-сәләмәтлек һәм иҫәнлектә күрешеүебеҙҙе теләйем. Аллаһ бирһә, ут эсендә йөрөгән туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ имен-аман әйләнеп ҡайтһын. Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры менән беҙ барыбыҙ ҙа өйҙәребеҙгә ҡайтасаҡбыҙ.
Хоҙай – берәү, әммә бөтәбеҙҙең дә иманы кимәле, уға килеү юлдары төрлө – һәм был иң мөһиме. Бәләкәй сағымда мине суҡындырғандар, тәре йөрөтә инем, аң кергәс, мосолман динен ҡабул иттем. йәшемә тиклем тәрбиәгә алынған ғаиләлә йәшәнем. Балалар йортонан 13 бала инек. Беҙҙе ектеләр генә: төҙөлөштә лә эшләнек, юл буйында таш та йыйҙыҡ, мал да ҡараныҡ. Күптәребеҙ намыҫһыҙ бала алыусылар арҡаһында фатирһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалды. Һуңынан ул ғаиләнән беҙҙе тартып алдылар.
– Дуҫтарығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле...
– Минең бер ҡасан да дуҫым булманы. Яуҙаштарым күп, яҡшы таныштарым да бар, әммә «дуҫ» һүҙенә ҙур мәғәнә һалам, шуға ла кемделер дуҫ тип атау еңел түгел. Һеҙ мине дөрөҫ аңларһығыҙ, тип уйлайым.
– Яратҡан әҫәр йә фильмығыҙ бармы?
– Үкенескә күрә, китап уҡырға форсат тапмайым, яратҡан фильмдарым да юҡ, телевизор ҡарамайым тиерлек. Мине һуғыш темаһы ҡыҙыҡһындыра.
– Һеҙ блогерлыҡҡа ылығыуығыҙ хаҡында әйткәйнегеҙ. Ул һеҙгә нимә бирә, кем өсөн төшөрәһегеҙ?
– Барығыҙ өсөн дә. Мин фронтта нимә барғанын аңламаған кешеләр өсөн төшөрәм. Кешеләр имеш-мимештәр менән йәшәмәһен, ә барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрһен өсөн. Барыһын да нисек бар – шулай, көнкүрешебеҙ, нисек йәшәйбеҙ, нимә ашайбыҙ шуны. Башҡорт, татар, рус, бер аҙ мари һәм инглиз телдәрен беләм, әммә башлыса рус телендә һөйләшәм.
- Алғы һыҙыҡта телдәрҙе белеү ярҙам итәме?
– Эйе, әлбиттә. Айырыуса позицияларҙа. Бында һирәк кенә исем менән өндәшәләр. Күбеһенсә ҡушамат атала. Бармаҡ менән төртөп, беренсе, икенсе, өсөнсө тип күрһәтәһең, һәм барыһы ла аңлашыла.
– Йәштәргә нимә теләр инегеҙ?
– Тәү сиратта ата-әсәләрҙе ҡәҙерләргә һәм хөрмәт итергә. Йыш ҡына балалар рәхмәтһеҙ булып үҫә, быны онота. Һаулыҡтарын һаҡлаһындар һәм сетерекле хәлдәргә тарымаҫҡа тырышһындар. Яман эштән йыраҡ булһындар. Яҡшы кешеләрҙән өлгө алһындар. Һәр кемдең үҙ башы бар, һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай һәм яҙмышын үҙе төҙөй. Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры нисек, шулай буласаҡ. Яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ, яратығыҙ, барығыҙға ла изгелек, бәхет һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем.
– Һеҙҙең өсөн Башҡортостан нимә ул?
– Ул - минең тыуған төйәгем, өйөм. Тәбиғәт, кешеләр, саф һауа — былар барыһы ла минең тыуған ерем. Мин унда үҫтем, һәм минең өсөн Башҡортостан — барыһы ла. Башҡортостан һәм Рәсәй — минең йортом.
- Ә Һеҙ МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ҡаралған ярҙам сараларын ҡулланғанығыҙ бармы?
– Бер тапҡыр ҙа. Таныҡлыҡ күрһәтеп, льготалар артынан йөрөгәнем булманы, бер ҡасан да ниндәйҙер өҫтөнлөктәр менән файҙаланманым.
...Кабаның тарихы — ул күп ҡыйынлыҡтар аша үтеп, һаман да алға, яҡтылыҡҡа барыуын дауам иткән ябай кешенең тарихы. Ул Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры булыуға ҡарамаҫтан, үҙен герой тип иҫәпләмәй, “бары тик үҙ бурысымды үтәйем һәм дөрөҫ тип һанағанды эшләргә тырышам. Тормошта иң мөһиме — үҙең һәм яҡындарың алдында намыҫың таҙа булыу, яҡындарыңды хөрмәт итеү һәм һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәү”, – ти.
Гөлназ Ҡотоева әңгәмәләште.
Комментарии 1