Күмертау ҡалаһынан Ринат Вәлиев әрмелә хеҙмәт иткәс, артабанғы яҙмышын да хәрби һөнәренә бағышларға теләп, контракт төҙөй. “Кумертауское время” гәзите МХО-ла “Вәлей” позывнойы йөрөткән яугир тураһында бәйән итә.
“Вәлей”гә 90-сы йылдар аҙағында диңгеҙ пехотаһының разведка-диверсия ротаһында хеҙмәт иткән, Чечен һуғышында ҡатнашып, батырлығы өсөн наградаларға лайыҡ ағаһы өлгө була. Ул ҡустыһын әрме хеҙмәтенә ныҡлы әҙерләнеүгә дәртләндерә: егет бокс, йөҙөү менән шөғөлләнә, хәрби-патриотик клубҡа йөрөй.
Тымыҡ океан флотында сроклы хеҙмәтен тултырғас, контракт төҙөп әрмелә ҡала һәм Дағстанға ебәрелә. Унда контртеррористик операция режимы индерелгән саҡ була. 20 йәшендә егет рота командиры була, һалдаттарҙың хәрби әҙерлек күнекмәләрен алып бара. Ваҡытлыса взвод командиры урынбаҫары вазифаһын да атҡара.
Хеҙмәт срогы тамамланғас, Ринат Вәлиев юғары белем алып сыға, өйләнә, үҙ эшен асып ебәрә. Аҙағыраҡ тормошҡа ҡарашы үҙгәрә һәм ул дин нигеҙҙәрен өйрәнә башлай. Унан инде хәрби хеҙмәткә контракт төҙөй.
Күп йылдар элек ағаһы хеҙмәт иткән диңгеҙ пехотаһы бригадаһына килә. Ә 2022 йылдың июнендә уға хәүефле заданиеға сығырға йөрөгәне тураһында хәбәр итә...
“Миңә Аллаһҡа ышаныуым, өйҙә яҡындарым көтөүе ярҙам итте”, – ти хәҙер яугир. Ул яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн төрлө миҙалдар менән наградланған.
2024 йыл аҙағында “Вәлей”ҙе Ырымбурҙағы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына инструктор итеп күсергәндәр. Ул “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһында ҡатнаша. Һайлап алыуҙар һөҙөмтәһе буйынса ул – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһында әҙерлек үткән 70 МХО ветеранының береһе.
Яугирҙең фекере буйынса, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе мәҙәни-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һеңдереүҙән башларға кәрәк. Өлкәндәрҙе хөрмәт итергә өйрәтеүҙән, китап уҡыуға һөйөү уятыуҙан, белемле булырға ынтылыуҙан. Был уларҙың рухи ҡиммәттәргә эйә булыуы, критик фекерләргә өйрәнеүе, ә иң мөһиме, Ватанға һөйөү, уның мәнфәғәттәрен яҡлау кеүек төшөнсәләрҙе белеүе өсөн мөһим, тип иҫәпләй масус хәрби операцияла ҡатнашыуҙан әһәмиәтле программа ҡатнашыусыһына тиклем юл үткән яугир-ветеран.
Сығанаҡ: i-gazeta.com Автор: Р. Ғатауллина
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1