Республикала “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы үҙ эшен дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров программа өсөн үҙе яуаплы. Уның белдереүенсә, МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн булдырылған кадр проектында киләһе уҡытыу этабы башлана. Ул был эшкә Хөкүмәт ағзаларына әүҙем ҡушылырға һәм остаз булараҡ уларҙың уҡыуында ҡатнашырға ҡушты.
“Башҡортостан геройҙары” республика кадрҙар программаһында ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Илдәге башҡа ошоноң ише төбәк программалары менән сағыштырғанда, был – бик ҙур һан. Проектта республиканан тыш, тағы ла 40 төбәктән кеше ҡатнаша, тине Башҡортостан Башлығы.
Тест этаптары йомғаҡтары буйынса программала ҡатнашыусы 70 кеше һайлап алынған. Июлдә улар уҡый башлаясаҡ.
"70 ҡатнашыусының һәр береһенә остаз беркетелде. Улар араһында Хөкүмәт ағзалары ла бар. Мин үҙем – Оскар Ситдиҡовтың остазы. Күреүегеҙсә, ул беҙҙең сараларҙа даими ҡатнаша. Шуға күрә программала ҡатнашыусылар эшләргә теләгән тармаҡтарға үҙ тәрбиәләнеүселәрегеҙҙе индерегеҙ һәм улар менән эш алып барыуығыҙҙы һорайым”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Белем биреү программаһы һәр яҡлап уйланылған. Яугирҙәр һәм ветерандар идара итеүҙә һәм эшҡыуарлыҡта ғына түгел, ә тәрән компетенцияларҙа ла белем аласаҡ. Командала эшләргә һәм шәхес булараҡ үҫергә өйрәнә.
Радий Хәбиров уҡытыу процесын үҙе контролдә тотасағын билдәләне.
Автор: Әлфиә Минғәлиева.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев