Нәфисә бала табыу йортонан сыҡҡас үҙен ярты йөрәген ҡырҡып унда ҡалдырып киткәндәй тойҙо. Нисек кенә тырышмаһын, күҙ алдынан уймаҡтай ғына ирендәрен ҡыбырҙатып ятҡан сабыйының йөҙ-һынын ҡыуа алманы. Хәсрәткә батырып, күңелен балаһы хаҡындағы уйҙар биләп тик торҙо. Фәнилдән йыш ҡына килеп торған хаттар ғына бер аҙ йыуаныс бирҙе-биреүен. Ләкин әрменән ҡайтыр алдынан яҙған һуңғы хаты Нәфисәне һеңгәҙәтә һуҡты. «Һин миңә хыянат итеп, бала табып ятҡанһың, оятһыҙ!» - тип кенә яҙылғайны унда. Кемдән, нисек белгән, тигән һорау телгеләне күҙ йәштәре аша хатҡа төбәгән ҡыҙҙың мейеһен ул саҡ.
Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-05-23/bala-yn-tashlap-kitte-4248790
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1