Сирендәрем инде бөрөләнгән,
Ал ҡояштан ала нурҙарын.
Йөрәк тибә, йөрәк өмөтләнә,
Сирень бит тирбәтә ҡылдарын.
Умырзая ашығып сәскә атҡан,
Белмәй микән ғүмере ҡыҫҡаһын.
Ләззәт биреп ҡала бәндәләргә,
Ә һуңынан китә ҡалдырып.
Муйылдарым Һәләүек буйҙарын
Ап-аҡ күлдәк ҡуйыр кейҙереп,
Йәшлек йылы,муйыл сәскәләре
Иҫкә төшә йәнем өҙҙөрөп.
Иркә яҙҙар килә,иркә яҙҙар,
Инсафлығын белгән кешегә.
Яҙ көндәре йәнгә шундай рәхәт,
Ҡыш көндәре төшөр иҫемә.
Бүләк аҡланына барыр инем
Елдереп тә,булһа йәш сағым.
Имәндәрем наҙлап ҡосор инем,
Иркәләп тә әйтеп : "Ҡартласым."
Сағылыма йүгереп менер инем,
Тирә-йүнде күҙләп алырға.
Йыуаларын тәмләп ҡабыр инем,
Теләгем бер-һиндә ҡалырға.
........2019 йыл.Гөлсирә Фәйзуллина.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев