Фильтр
bashkiryku

Ҡыш

Нисә тапҡыр япраҡ-ҡарҙар яуа.
Нисә тапҡыр томһа ҡыш килә.
Нисә тапҡыр ҡояш, ситкә ҡасып,
Тау артынан ҡырыҫ һирпелә.
Ә мин һаман дуҫмын ошо ҡышҡа,
Һаман ул тип өҙөләм, яратам.
Ул ни хәтле томһа, ҡырыҫ булһа,
Мин шул хәтле һөйәм, йән атам.
Сөнки тоям һалҡын ҡыш күкрәге
Вулкандарҙан ҡыҙыу икәнен,
Сөнки тоям был күкрәктә изге,
Саф теләкле йөрәк типкәнен.
Зайнаб Биишева, 1960
Ҡыш - 960269802265
Ҡыш - 960269802265
  • Класс
bashkiryku
  • Класс
  • Класс
Показать ещё