Хөрмәтле милләттәштәр, ватандаштар һәм туғандар !
Һеҙҙең күптәрегеҙгә билдәле булыуынса, Өфөлә "Башҡортостан ватансылары" исемле яңы республика йәмәғәт берекмәһе төҙөлгәйне. Ул ойошманы төҙөүҙә элекке башҡорт милли хәрәкәте ветерандары менән бергә йәмәғәт активистары ҙур роль уйнаны. Йәмәғәт берекмәһе үҙенең уставын, программаһын ҡабул итеп, йыйылыштар үткәреп, республиканың райондарында, ҡалаларында бүлексәләрен төҙөргә тотондо. Ошо өс ай эсендә ул 4 йыйылыш үткәрҙе. Мәғариф, халыҡ иҫәбен алыу, Ә . Вәлиди мәсьәләләре буйынса үҙ позицияһын белдерҙе.
Әммә ойошма үҙ эшмәкәрлегендә йыйылыштар үткәреү менән генә сикләнергә йыйынмай. Ул хәҙер яҡын киләсәктә үҙ талаптары менән республиканың юғары вәкиллек һәм башҡарма власть органдарының аудиенцияларына йөрөй башлаясаҡ. Әммә чиновниктар яңы ойошманың эшмәкәрлеген һәм талаптарын танымаҫҡа мөмкин. Ни өсөн тигәндә, улар берекмә сафтарында халыҡтың аҙсылығын һәм республикала уның филиалдарының булмауын иҫәпкә аласаҡ. Икенсе төрлө яҙғанда, чиновниктар ойошманың көсөн күрмәйәсәк. Шуға күрә лә " Башҡортостан ватансылары" берекмәһе иң беренсе сиратта республиканың райондарында, ҡалаларында үҙ бүлексәләрен төҙөргә бурыслы.
Әлеге мәлдә тик ике районда ғына (Әлшәй, Дәүләкән) ойошманың бүлексәләрен төҙөүгә аҙым яһалды. Йыйылышҡа шул райондарҙан килгән халыҡ вәкилдәренә был изге яуаплы эш йөкмәтелде. Ә башҡа райондарҙан һәм ҡалаларҙан халыҡ һәм йәмәғәт вәкилдәре ниңәлер килергә ашыҡмай. Ишембай, Бөрйән райондарынан әллә нисә тапҡыр кешеләр саҡырылды. Әммә уларҙың берәүе лә Өфөгә килеп күренмәне һәм урындарҙа халыҡты яҡлаған йәмәғәт ойошмалары төҙөргә тотонманы. Бигерәк тә Ишембай районындағы халыҡтың ойоша алмауы беҙҙе аптырата. Ә бит былтыр йәй бындағы халыҡ дәррәү күтәрелеп, Ҡуштау шиханын "Сода" производство берекмәһенең ҡарамағына бирмәгәйне. Ә хәҙер ниндәй сәбәптәндер улар тындылар.
ХӨРМӘТЛЕ МИЛЛӘТТӘШТӘР !
Тағы ла "Башҡортостан ватансылары" һеҙгә мөрәжәғәт итә. Илдә бик ҡатмарлы һәм хәүефле ижтимағи-сәйәси ситуация барлыҡҡа килде. Оҙаҡламай Үҙәк милли республикаларҙы губернияларға әйләндерергә тотонор. Рәсәй властарының шундай аҙымға барыуы көн кеүек асыҡ. Башҡортостанды тик башҡорт халҡы һәм йәмәғәтселеге генә ҡурсалай ала. Шуға күрә беҙҙең берекмә барығыҙҙы ла ойошорға саҡыра. Һәр районда, ҡалала халыҡты яҡлаған башҡорт ойошмалары төҙөгөҙ һәм эшләй башлағыҙ! Ундай ойошмаларҙы беҙҙең халыҡ суверенитет заманында төҙөнө , һәм был көрәштә ул күп кенә тәжрибә тупланы. Хәтерегеҙҙәлер, ул изге эште заманында "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге лайыҡлы башҡарҙы.
Бөгөнгө осорҙа республикала башҡорт халҡын яҡлаған ойошмалар юҡ тип билдәләрлек. Ундай ойошмалар булһа ла, уларҙың күптәре эшләмәй. Тик Салауат менән Мәләүез ҡалаларында ғына башҡорт ойошмаларының барлығы һәм эшләүе ишетелгән була. Әммә ниндәй йүнәлештә эшләйҙәрҙер, уныһы билдәһеҙ.
Ә башҡорт ҡоролтайҙарына килгәндә, уларҙың эшмәкәрлегенә халыҡ ышанмай. Улар эшләһәләр ҙә, тик чиновниктар мәнфәғәттәрендә генә эшмәкәрлек алып бара. Ә республиканы губерниялаштырыуҙан уларҙың ҡурсалай алмауы барса халыҡҡа билдәле инде.
Быйылғы 2021 йылда бик күп сәйәси ваҡиғаларҙың булыуы күҙаллана. Халыҡ иҫәбен алыу һәм Дәүләт Думаға депутаттар һайлау бер кемде лә битараф ҡалдырырға тейеш түгел. Шундай ваҡиғаларҙа ниндәй позицияла тороу менән ниндәй депутаттарҙы һайлауҙы тик "Башҡортостан ватансылары" ғына күрһәтә ала.
"Башҡортостан ватансылары" берекмәһенең киләһе йыйылышы ошо март айы аҙағының шәмбе көнөнә билдәләнде ( 27.03.21) Шул йыйылышта беҙҙең ойошма күп кенә райондарҙан. ҡалаларҙан (Иглин, Ғафури, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һ.б.) килгән халыҡ һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен күрергә теләй..
"Башҡортостан ватансылары" берекмәһе эргәһендә ойошайыҡ туғандар!
"Башҡортостан ватансылары" ойошмаһы исеменән
президиум ағзаһы ИРЕК АГИШЕВ
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев