“Йыл йомғаҡтары” тура бәйләнешенең иң йәш ҡатнашыусыһы, “Балалар редакцияһы”ның 13 йәшлек хәбәрсеһе ҡыҙыҡһынды: Президент автомобилендә шым ғына Мәскәү буйлап кешеләрҙең йәшәйеш проблемаларын ҡарап йөрөймө?
Бер нисә көн элек Владимир Путин ҡайһы берҙә Мәскәү буйлап кортежһыҙ йөрөүе тураһында белдергәйне. Ҡала урамдарында электр велосипедтарының һәм самокаттарының хәүефле хәрәкәте тураһында һөйләшкәйнеләр ул кәңәшмәлә. Бәләкәй хәбәрсенең һорауы В.Путиндың шунда әйткәненә бәйле булды.
Эйе, Владимир Путин ҡайһы берҙә ДПС эйәртмәйенсә Мәскәүҙең төрлө мөйөштәренә барып сыҡҡылай икән. Тик рулгә үҙе ултырмай, хәйер, уныһы ла булғылай, тик бик һирәк. Бындай сәфәрҙәр файҙаһыҙ түгел, ти Президент. Уға тирә-яҡта ниҙәр барғанын күҙәтеү ҡыҙыҡ.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев