2 октябрҙә Матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә килегеҙ!
2–12 октябрҙә матбуғат баҫмаларына ташламалы яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Уны файҙаланып ҡалығыҙ. Ун көнлөк башланыу уңайынан 2 октябрҙә Өфөлә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үткәрелә. Ғәҙәттә, ул көндө бик күңелле була. Журналистар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, билдәле артистарҙың сығыштары, уйындар ойошторола. Рәхим итегеҙ!
Журналға яҙылыу унан һуң да дауам итәсәк. Ғинуар айы башында “Аманат”тың төп приздарын (һүрәттә) уйнатыу була. Квитанцияларығыҙҙы фотоға төшөрөп йә сканлап редакцияға ебәрә башлағыҙ.
“Аманат”һыҙ ҡалмағыҙ, “Аманат”ҡа яҙылығыҙ, уҡығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 490 һум 26 тин, тотош йылға яҙылып ҡуйырға булһағыҙ – 918 һум 29 тин.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев