Ул беҙҙең малыбыҙға бәрәкәт бирә. Был саҙаҡаны биреп, үҙем ризыҡһыҙ ҡалам тип уйлау дөрөҫ түгел. Ғөшөрҙө генә түгел, башҡа саҙаҡаларҙы ла ихлас күңелдән бирелә.
Ғөшөр – ул зәҡәттең бер төрө. Ул йылына бер мәртәбә йыйылған уңыштың ундан бер өлөшөн фәҡирҙәргә биреү фарыз һанала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә: «Йыйып алған уңыштың ямғыр һәм йылға һыуҙары менән үҫтерелгән өлөшөнән ундан берен, ә хеҙмәт итеп, һыу һибеп үҫтерелгән өлөшөнән егерменән бер өлөшө саҙаҡа итеп бирелергә тейеш", – тигән. Йәғни баҡсала үҙ ҡулың менән һыу һибеп үҫтергән емеш-еләктән 1/20 өлөшө, ә ямғыр, йылға, күл һыуҙары (арыҡ аша) менән һуғарылған үҫентеләрҙән 1/10 бер өлөшө ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирелә.
"Ибраһим" сүрәһенең 7-се аятында Аллаһү Тәғәлә: "Мин биргән ниғмәттәргә шөкөр итһәгеҙ, арттырып бирермен. Әгәр биргән ниғмәттәремә шөкөр итмәһәгеҙ, ғазабым ҡаты булыр", – тигән. Ғөшөр саҙаҡаһын биреп, беҙ ярҙамға мохтаждарҙы ҡыуандырып сауаплы булабыҙ. Уны бер кемгә һөйләмәйенсә, йәшереп биреү яҡшыраҡ. Аллаһү Тәғәлә беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарыбыҙҙы ярлыҡар.
Дауамы сайтта: https://amanat.su/news/common_material/2025-09-12/sh-r-sa-a-a-y-uny-asan-m-kemg-birerg-4385257
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев