Республикабыҙҙа Армия мәҙәниәте көндәре башланды. РФ Оборона министрлығының сәнғәткә, патриотизмға, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығына бағышланған проектына ҡушылабыҙ. Ул 27 авгусҡа тиклем барасаҡ.
Бөгөнгө (22 август) программала нимәләр көтә?
Күргәҙмәләр
Республика Хәрби Дан музейында – “Рәсәй. Донбасс. МХО” күргәҙмәһе
БР Милли музейында «МХО рәссам күҙҙәре менән» һәм «Мәҙәниәт армияһы» экспозициялары
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында – авторҙар ҡатнашлығында «Беҙҙең заман геройҙары» һәм «Донбасс күмере. Еңеү йөҙҙәре» күргәҙмәләре.
Совет майҙанында концерт программаһы:
18:00 – РФ Дәүләт флагы көнөнә арналған Флагтар парады һәм III «Көҙ романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале – «Һуғыш йылдары йырҙары».
Театр һәм оҫталыҡ дәрестәре:
БР Рус дәүләт академия театрында «Мой бедный Марат» спектакле
Стәрлетамаҡта РФ Оборона министрлығы исеменән ижади коллективтар концерты һәм күсмә оҫталыҡ дәрестәре.
Эш программаһы:
Ветерандар, һәләк булғандарҙың ғаиләләре һәм «Ватан һаҡсылары» фонды менән «Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе».
Саралар ҡайҙа үтә:
Һәр кис һайын 18:00 сәғәттә Өфөнөң Совет майҙанында һәм Башҡортостандың бөтә мәҙәниәт учреждениеларында.
Программа менән ентекләберәк танышырға теләһәгеҙ, ул ошонда: kulturarb.ru/ru/dak-rb Сығанаҡ: Молодежная газета.
12+
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев