Ул витаминды алыр өсөн 10-дан 16 сәғәткә тиклем арауыҡта 15 минут булһа ла тышта йөрөргә кәрәк, тиҙәр. Шул турала уҡыйбыҙ ҙа, сәләмәтлеккә көндөҙгө ҡояш ҡына яҡшы, тип уйлайбыҙ.
Тикшеренеүселәр иртәнге һәм киске шәфәҡ яҡтыһының да организмға ғәйәт файҙалы булыуын асыҡлаған. Ошо мәлдәрҙәге ҡыҙыл һәм инфраҡыҙыл тулҡындар бигерәк тә файҙалы икән.
Мәҫәлән, спортсыларға ҡыҙыл ут менән яһалған терапия күҙәнәктәрҙәге митохондрияларҙы әүҙемләштерә, энергия бүленеүҙе тиҙләтә, эшкә һәләтте көсәйтә.
Көндөң һәр мәлен тәбиғәт беҙгә шифа итеп бирә, дуҫтар, мәнфәғәтен күрәйек!
Бөрйән районы Байназар ауылынан Исмәғилева Динәнең фотолары.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев