20 июнгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!
Үкенескә күрә, журналыбыҙға яҙылыу һүлпән бара. Бәлки, онотоп ебәргән кешеләр барҙыр. Кемдәрҙеңдер почтаға барып яҙылырға мөмкинлеге юҡтыр, ул сағында онлайн яҙылырға мөмкин.
“Яҙыл да бүләк от!” акцияһы ла дауам итә. Ҡиммәтле приздар уйнатыласаҡ: велосипед, 3Д-ручка, музыкаль колонка, мини термопринтер, синтезатор, дискошар-вертолет.
Журналға яҙылһағыҙ, отошта ҡатнашыу өсөн квитанцияғыҙҙың күсермәһен йә фотоһын беҙгә ебәрегеҙ – редакцияның электрон почтаһына ( https://amanat.su ) йә ВКонтакте селтәрендәге мессенджерына һалығыҙ.
Баҫмаға нисек онлайн яҙылырға тигән һорау тыуһа, бына ҡулланма: podpiska.pochta.ru сайтына инергә; өҫкө панелдә подписка төбәге итеп Өфөнө һайларға; сайттың эҙләгесенә Аманат журнал тип яҙырға.
Артабан ни эшләргә кәрәге аңлашылып тора. Уңыштар теләйбеҙ! “Аманат”тан айырылмаҫығыҙға өмөтләнәбеҙ!
#АманатЖурналынаЯҙыл


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев