Олимпиадала ҡатнашыуға теркәлеү 16 мартта тамамлана. Унда Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгендә йәшәгән балалар ҡатнаша ала.
Олимпиада сайтына һылтанма – аҫта, комментарийҙа.
Рәсәйҙең 8 вузы һәм колледжы Олимпиаданың партнерҙары булып тора. Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы ла олимпиаданы үткәреүселәр иҫәбенә инә.
16 мартҡа тиклем тапшырылған ғаризаларҙы ҡарау беренсе этапты тәшкил итә. Иң яҡшыларҙы һайлап алып, икенсе этапҡа үткәрәләр. Был этапта үҙең килеп, 30 мартта – теория, 26 апрелдә эксперимент буйынса һынау үтергә кәрәк була.
Көндөҙгө этаптар Башҡортостандың Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Пермь, Алтай өлкәләрендә, Ҡырымда һәм Волгоград өлкәһендә уҙғарыласаҡ.
Олимпиада еңеүселәре Өфө нефть университетына ингәндә (ниндәй специальносҡа булһа ла), БДИ һөҙөмтәләре суммаһына өҫтәп – 10 балл, ә призерҙар 7 балл аласаҡ.
“Росхим” акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең бер нисә төбәгендәге химия предприятиеларына идара итә. Стәрлетамаҡ нефть-химия заводы менән Башҡортостан сода компанияһы ла – улар араһында. Йәмғиәт тә, предприятиелар ҙа кадрҙар тәрбиәләүгә ныҡлы әһәмиәт бирә. Ҙур Олимпиадала ҡатнашыусылар киләсәктә химия тармағында инженерҙар, ғалимдар, етәкселәр, белгестәр булып китер тигән өмөт бағлайҙар.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1