Предыдущая публикация
Белорет районының Абҙаҡ ауылында күркәм тәбиғәт ҡосағындағы мәктәптә уҡыған беренселәр "Ҡоштар беҙҙең дуҫтар" тип аталған акцияға ихлас ҡушылған.
Тимәк, беҙҙең конкурста тотош беренсе синыф ҡатнаша. Етәкселәре – Әлфиә Ишҡыуатова.
Видеояҙмала – Мырҙагилдиндар, Мозафаровтар, Хәсәновтар, Шәғәлиндар, Шакировтар, Аккучуковтар, Фазыловтар, Зәйниғәбдиновтар, Йомағәжиндар ғаиләләре. Матур, уңайлы тағараҡтар яһайҙар.
Тимәк, был ғаиләләрҙе нимәләр берләштерә? Уларҙың һәр береһендә 1-се синыфта уҡыған бала бар һәм бөтәһе лә ғаилә менән ҡоштар тураһында хәстәрлек күрә.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев