Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы “Аманат” журналы уҡыусылар араһында ижади конкурс иғлан иткәйне. Кем иғланыбыҙҙы күрмәй ҡалған – ҡабатлайбыҙ: Бөйөк Ватан һуғышына, уның батырҙарына арналған шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, һүрәттәр, фотоһүрәттәр – һәр береһе айырым номинацияла ҡараласаҡ. Эштәрегеҙҙе көтәбеҙ!
Бөгөн Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы 2-се синыф уҡыусыларының бер нисә һүрәтен тәҡдим итәбеҙ.
1-се һүрәт – “Тыныслыҡ булһын донъяла”, авторы – ВӘЛИТОВ АЙНАЗ;
2-се һүрәт – “Үлемһеҙ полк”, НАГАЕВА РОЗАЛИНА эшләгән.
3-сө һәм 4-се һүрәттәр "Һуғыш" һәм “Еңеү вальсы” тип атала, икеһенең дә авторы ИБӘТУЛЛИНА РЕНАТА.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев