📝 Эш итеү тәртибе:
- «Госуслуги» порталында йәки ДАИ подразделениеһында ғариза бирегеҙ;
- ДАИ-ла үҙегеҙгә уңайлы ҡабул итеү ваҡытын һәм датаһын һайлағыҙ;
- 2000 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләгеҙ;
- билдәләнгән көндә документтарығыҙҙы алып Дәүләт автоинспекцияһына барығыҙ. Хеҙмәткәрҙәр, документтарығыҙҙы тикшереп, фотоға төшөрә һәм яңы таныҡлыҡ бирә.
📁 Ниндәй документтар кәрәк:
- Рәсәй гражданины паспорты йәки ваҡытлыса шәхес танытмаһы. Әгәр паспортта теркәлеү тураһында билдә булмаһа, һеҙгә шулай уҡ йәшәгән йәки туҡтаған урынығыҙ буйынса теркәлеүҙе раҫлаған документ күрһәтергә кәрәк;
- иҫке таныҡлыҡ;
- таныҡлығығыҙҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыу йәки медицина күрһәтмәһе буйынса алмаштырһағыҙ, 003‑В/у формаһындағы медицина белешмәһе;
- дәүләт пошлинаһы түләү тураһында чек йәки түләү йөкләмәһе;
- шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙең үҙгәреүе сәбәпле таныҡлыҡ алмаштырһағыҙ – үҙгәрештәргә килтергән документтар.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев