"Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре яуап бирә.
Суд күсемһеҙ милектән аресты алырға ҡарар иткәндән һуң, ул өс эш көнө эсендә "Росреестр"ға ошо хаҡтағы акттың раҫланған күсермәһен ебәрергә бурыслы.
✉️ Әгәр судтан документ килмәһә, милек хужаһы "Росреестр"ға аресты юҡҡа сығарыу тураһында ғариза бирә ала. Ғаризаны Күп функциялы үҙәк аша тапшырырға мөмкин.
Бындай ғариза алғандан һуң "Росреестр" өс эш көнө эсендә судтан кәрәкле документтар һоратып ала. Яуап алынғас, мәғлүмәт Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелә. Яуап булмаһа, "Росреестр" мәғлүмәт индереүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.
📱Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:
▫️Үҙ белдегең менән төҙөлгән бинаны нисек законлаштырырға
▫️Бер нисә ер участкаһын нисек берләштерергә
▫️Кадастр хаҡы нимә ул
#Анлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев