Шәхси мәғлүмәтте дөрөҫ һаҡлау тураһында һөйләйбеҙ.
📁 Хакерҙар мәғлүмәтте нисек урлай ала:
— Фишинг — ялған һылтанма буйынса күсәһегеҙ һәм мутлашыусылар һеҙҙең йәшерен мәғлүмәтегеҙҙе (паролдәр, банк карталары һәм иҫәп-хисап номерҙарын) алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Төрлөсә алдарға мөмкиндәр: лотерея уйынында отоу, ташламалы купондар йәки социаль түләүҙәр вәғәҙә итеү, сараға саҡырыу.
— Зарарлы программалар — күсереп алғандан һуң улар ҡоролманан мәғлүмәтте үҙенең хужаларына тапшыра. Йыш ҡына был программалар ғәҙәти ҡушымта булырға мөмкин.
— Бушлай Wi-Fi — кибер енәйәтселәр логин һәм паролдәрҙе урлау өсөн дөйөм ҡулланылыштағы Wi-Fi селтәренең клонын булдыра.
— VPN — бушлай сервис хужалары һеҙҙең трафикты йәки шәхси мәғлүмәтегеҙҙе енәйәтселәргә тапшырырға мөмкин.
🔐 Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға:
— ҡатмарлы паролдәр уйлап табығыҙ;
— социаль селтәрҙәрҙә ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ;
— спам-фильтр ҡабыҙығыҙ;
— сайттарҙа теркәлеү өсөн айырым почта булдырығыҙ;
— VPN-сервистарҙы артыҡ ҡулланмағыҙ;
— ҡушымталарҙы рәсми магазиндарҙан ғына күсереп алығыҙ;
— бушлай Wi-Fi аша әйберҙәр һатып алмағыҙ.
❌ Ниндәй мәғлүмәтте телефонда һаҡламау яҡшыраҡ:
— логин һәм паролдәрҙе. Уларҙы һаҡлау өсөн махсус ҡушымта - паролдәр менеджеры ҡулланығыҙ;
— банк карталары мәғлүмәттәрен һәм уларҙың фотоларын;
— фото йәки паспорт скандарын;
— сейф кодтарын;
— эш документтарын;
— авиабилеттарҙы;
— провокацион фото һәм хаттарҙы.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев