Билетты кассала, ойошманың рәсми сайты һәм «Рәсәй тимер юлдары Пассажирҙарға» мобиль ҡушымтаһы аша һатып алырға мөмкин.
Балалар тураһында мәғлүмәт индергәс һәм «Тулы» тигән тарифты күрһәткәс, балалар билеты автоматик рәүештә иҫәпләнә.
🧒 Ташлама 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға:
▫️ тиҙ йөрөшлө һәм алыҫ араларға йөрөүсе пассажир поездарының (шул иҫәптән фирма поездарының) дөйөм һәм плацкарт вагондарына;
▫ ️ Рәсәй биләмәһе буйлап (РФ станциялары араһында) хәрәкәт иткәндә «ФПК» акционерҙар ойошмаһы поездарындағы моторвагон хәрәкәтсән составының (алыҫ араларға йөрөүсе электропоездың) 2-се һәм 3-сө класлы вагондарына билет алғанда бирелә.
Шулай уҡ пассажир һәм тиҙ йөрөшлө поездар (шул иҫәптән фирма поездары) составындағы дүрт урынлы купелары булған ике ҡатлы пассажир вагондарында йөрөгәндә 50 процент ташлама ҡулланыла.
❗ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, поезға ултырғанда билет һәм билетта күрһәтелгән шәхесте раҫлаусы документ күрһәтергә кәрәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев