Быны Дәүләт хеҙмәттәре аша эшләү күпкә еңелерәк һәм уңайлыраҡ.
Ниндәй ташламаларҙы оҙайтырға кәрәк?
✔ Берҙәм пособие - 12 айға тәғәйенләнә
Уны йөклөлөктөң 12 аҙнаһына тиклем иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ сабыйы донъяға килгәндән алып 17 йәше тулғанға тиклем ата-әсәләр (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыусылар, опекундар, попечителдәр) ала.
✔ Әсәлек капиталынан түләү бер йылға иҫәпләнә
Әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме ике тапҡыр төбәк йәшәү минимумынан артмаһа, пособие өс йәшкә тиклемге балаларҙың ҡайһыһына булһа ла түләнә.
✔ Өс йәшкә тиклемге тәүге балаға пособиены бер йәшкә тиклем, һуңынан ике һәм өс йәшкә тиклем тәғәйенләйҙәр
Түләү баланың тыуған көнөнән һуң оҙайтыла. Уны балалары 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ғаиләләр алырға мөмкин.
Балалар өсөн түләүҙәрҙе Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә һәм Күп функциялы үҙәктә лә оҙайтырға мөмкин.
Мөһим. Түләүҙәрҙе оҙайтыу өсөн ағымдағы ваҡыт тамамланғанға тиклем бер ай алдан мөрәжәғәт итергә кәрәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев