Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.
Аңлауыбыҙса сәхәр ашауҙың иң уңайлы ваҡыты таңға табан. Төндөң ҡайһы ваҡыттан икәне теүәл күрһәтелмәгән. Әйтелгәне — ҡояш сығыр алдынан ике сәғәт алда.
Сәхәргә төнөн тороу беҙҙең ураҙа тоторға тәүәкәл (ихласлығыбыҙҙы) икәнебеҙҙе күрһәтә, иман ныҡлығын һәм үҙебеҙгә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте буласағын, ут ғазабынан ҡотоласағыбыҙҙы аңғарта. Сәхәр ашауҙың төп мәғәнәһе көндөҙгө көндә ас йөрөмәйем әле, тигән маҡсат менән түгел, ә Аллаһының ҡушҡан фарызын үтәүҙәге күңел шатлығы менән! Аллаһ Тәғәлә ихлас күңелдән ураҙа тотоусының аслығын һәм һыуһауын бөтөрә, хатта ифтар ваҡыты еткәстә бер йотом һыуҙа эске килмәй.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев