Они отправили им гуманитарную помощь: курут, плов, чак-чак и маскировочные сети.
Үрге Яйыҡбай ауылының "Бай" кооперативы ҡорот цехының ҡатын-ҡыҙҙары, МХО-ла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға үҙҙәренең төрлө ҡороттарын ылауға оҙаттылар.
Бөгөн Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре Алмабикә Хәсән ҡыҙы, Венера Хәкимйән ҡыҙы, Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы, Мәхтимә Ишмулла ҡыҙы "Нуғай" позывнойлы яугир һалдатыбыҙҙың һәм ауылыбыҙҙың иң оло аҡһаҡалы Сәхиулла Нуриәхмәт улының үҙҙәренә тәғейенләп боғаҙланған ҡорбан итенән былау һәм сәк-сәк әҙерләнеләр.
Ҡорбандары ҡабул булһын! Һау-сәләмәт булһындар!
Әҙерләгән хәләл ризыҡтарыбыҙ һалдаттарыбыҙға барып етеп, ризыҡтарына ҡушһын Аллаһ бирһә!
"Нуғай " позывнойлы һалдатыбыҙға имен-һау ғына йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Үрге Яйыҡбай ауылы ирекмәндәре сираттағы 44-се масксетканы үреп бөттөләр.
Һалдаттарыбыҙға өс сетка ебәрҙек.
Сеткаларыбыҙ һалдаттарыбыҙҙы һаҡлап, яҡлап торһон тип, изге доғаларын теләй-теләй үрҙеләр ирекмәндәр.
Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килеп, бар һалдаттарыбыҙ үҙебеҙҙең тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһындар Аллаһ бирһә!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев