Ауылдың һәр округы байрамға ныҡлап әҙерләнгән. Шуныһы ҡыуаныслы, ауыл халҡы "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә" проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ихлас ҡатнашып килә. Байрамға хужабикәләр көҙгө уңыштан төрлө ризыҡтар әҙерләгән. Сараны округтар араһында әҙерләнгән күргәҙмә, концерт номерҙары, шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр биҙәне. Бер юлы почта хеҙмәткәре Фәйрүзә Кулибаева "Изге яҙылыу" акцияһы буйынса "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторҙо. Иң беренселәрҙән булып акцияға Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы председателе Азамат Салауат улы һәм Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы ҡушылдылар, шулай уҡ ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы. Байрамдың йомғаҡлау өлөшөндә Азамат Салауат улы һәм Айгөл Гүмәр ҡыҙы ҡатнашыусы округтарға бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Матур байрамды ойоштороусылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа ҙур рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ, афарин!
🍁В деревне Ишеево Баймакского района в рамках проекта “Здоровое село 2025” прошло мероприятие под названием "Көҙгө байрам". Жители села основательно подготовились к празднику. Мероприятие сопровождалось концертными номерами и чаепитием. Почтальонка Файруза Кулибаева организовала подписку на газету “Сакмар” среди участников по акции “Добрая подписка”. В заключительной части праздника состоялось вручение благодарственных писем и подарков участникам и организаторам мероприятия.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев