Мутлашыусылар алдауҙың яңы алымдарын ҡуллана
😎 Аферистар тоҙағына эләкмәҫ өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоғоҙ:
- 💳 банк картаһының йәшерен кодтарын картанан айырым һаҡлағыҙ;
- 🔏 пароль һәм котдарҙы сит-ят кешеләргә тапшырмағыҙ.
Уяу булығыҙ! Үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ!
БИШ СИЛСӘҮИТ АЛМАШТЫ
💼 Салауат районының биш ауыл советы биләмәһе хакимиәтенә яңы етәкселәр һайланды (фотола – һулдан уңға):
1⃣ ЛАҒЫР ауыл биләмәһе башлығы вазифаһы шәхси эшҡыуар, фермер Илнур Йәлил улы ФӘХРЕТДИНОВҡа йөкмәтелде;
2⃣ ӘЛКӘ ауыл биләмәһенә Айрат Айҙар улы ҒӘЙНЕТДИНОВ етәкселек итте. Ул быға тиклем район Хакимиәтендә водитель булып эшләне;
3⃣ ТАЙМЫЙ ауыл биләмәһе башлығы итеп уҡытыусы Гөлсинә Гигант ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВА һайланды;
4⃣ АРҠАУЫЛ ауыл биләмәһен шулай уҡ педагог Замир Бозамир улы ҒӘЛИУЛЛИН етәкләне;
5⃣ МАЛАЯҘ (Татар Малаяҙы) ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына Ринат Рудик улы КАМАЛЕТДИНОВ һайлап ҡуйылды. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәтен тултырып, быға тиклем Берҙәм де
БЕРҘӘМ ТАУЫШ БИРЕҮ КӨНӨ
✅ Бөгөн, 10 сентябрҙә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һәм райондың 15 ауыл советына депутаттар һайлау үтәсәк.
✅ Салауат районының 44 һайлау участкаһында иртәнге 07.00-нән 21.00 сәғәткә тиклем һайлауҙар үтә.
‼Паспортығыҙҙы алып, һайлауға барырға онотмағыҙ!
Show more