А. д.Нижнеутяшево
Көҙ
Йылы көндәр тора әле,
Әбейҙәр бит сыуағы.
Балан һутҡа тулған мәле,
Нисек балҡый ҡыуағы.
Төрлө төҫлө ҡораманан,
Урман ябынған юрған.
Наҙлы ҡояш нурҙарынан,
Бар донъя уйға сумған.
Эй, һоҡланып ҡарап торам,
Куҙ кеүек, Кирәү баҙлай.
Көҙҙөң тылсымлы ҡулынан
Тирә-яҡ балҡый ҡалай.
Сихри мәле һарысайҙың әле,
Нисек донъя нурға ҡойона.
Һағынырмын инде ошо мәлде,
Һағынырмын ғүмерем буйына
Йылы көндәр тора әле,
Хойҙайҙың бит бүләге.
Ғумер көҙөн, көҙҙәр биҙәген
Күрергә яҙыһын, яҙһын әле.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 6