Осрашҡан юҡ, күреп һөйләшкән юҡ,
Хаттар алышҡан юҡ күптәнән...
Күңелдәрҙең ике ярын бары
Тоташтырып тора үткәндәр.
Улар һаман зәңгәр хыял булып
Йөрәк түрҙәрендә һаҡлана,
Ғүмер үткән һайын матурлана,
Ҡаҙерләнә бара, сафлана.
Ҡара төндә килеп тәҙрә ҡаҡҡан
Юлсы кеүек керә төштәргә.
Тормош ваҡлыҡтарын оноттороп,
Ҡанат ҡуя күңел төшкәндә.
Йөрәктәрҙе өҙөп сыңлап ала
Һәм яңғырап ҡала йырҙарҙа.
Иң ҡаҙерле бер талисман кеүек
Улар һаман юлдаш юлдарҙа.
Осрашҡан юҡ, күреп һөйләшкән юҡ,
Хаттар алышҡан юҡ күптәнән...
Үткәндәргә ҡайтып булмағандай,
Айырылып та булмай үткәндән.
Әнғәм Атнабаев