Уҡытыусы ҡиссаһы
Бер әкиәт һөйләйем һеҙгә,
Тыңлағыҙ әле, халыҡ.
Уҡытыусы диңгеҙҙән
Тотоп алған бер балыҡ.
Ул шунда уҡ балыҡты
Ҡыҙҙырырға уйлаған.
Шул ваҡытта һауала
Нәжәғәйҙәр уйнаған.
Ялт-йолт ялтыраған балыҡ
Алған саҡта силәктән,
Уҡытыусы ҡулында
Телгә килгән кинәттән.
-Мин бит ябай балыҡ түгел,
Торған бар ерем алтын,
Әгәр мине азат итһәң,
Түләрмен һиңә хаҡын.
Ни һораһаң, шуны бирәм,
Ни теләһәң - үтәйем,
Ебәр мине кирегә,
Диңгеҙгә йөҙөп китәйем.
Уҡытыусы, уйлап торғас,
Киткән балыҡҡа теҙеп,
Балыҡ оҙаҡ тыңлаған,
Өндәшмәй, уға түҙеп.
-Иртәнге сәғәт һигеҙгә,
Барып ет һин мәктәпкә,
Балаларҙы ҡаршы ал,
Килтер барыһын тәртипкә.
Унан алты дәрес үткәр,
Тәнәфестә ҡа