ҠЫҘЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ ҺИН ТЫҢЛА!
Тәҙрәләреңде һәр ваҡыт һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот - фәрештәләр ҡыуаныр.
Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ - юлың уңар.
Гөлдәр үҫтер йортоңда - һабағына фәрештәләр ҡуныр.
Асыулы сағыңда йыуын - баҫылырһың.
Мәрхүм янында ҡысҡырып илау ла, шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм ҡыуаныу ҙа зиһенгә зыян итер.
Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр - бәрәкәтле булыр.
Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән ебен йәки сәсен алып ҡал, төндә бала уянып илаһа, шул еп йәки сәс менән төтәҫләп, Аятел-Көрси уҡы.
Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ - һау булыр.
Һүгенмәй, асыуланмай бешерен - фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып т