Ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ: туған- тыумасаларыбыҙ, ағай-апайҙарыбыҙ....ғөмүмән, беҙҙең ауылыбыҙҙы тыуған ауылы итеп яҡын күргән бөтә кешеләр! Һеҙҙең иғтибарығыҙға ИҒЛАН!
2017 йылдың 24 июнендә "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы уҙғарыла.Байрам уҙғарыуҙың маҡсаты:тамырҙарыбыҙҙы барлау, ауылыбыҙҙан сыҡҡан билдәле кешеләр менән осрашыу, тормоштоң ауырлыҡтарын күргән өлкән быуын вәкилдәрен хөрмәтләү, бөгөнгө көнитмешебеҙ менән таныштырыу, йырға-моңға, уйын-көлкөгә әүәҫ халыҡ икәнебеҙҙе дәлилләү- былар бөтәһе лә һеҙҙең дә ҡатнашлыҡта барһа ине! Беҙ бит күмәк, БЕРҘӘМ ХАЛЫҠ! Быны республика буйынса үткәрелгән "АЛТЫН БИШЕК" конкурсында ла БЕРЕНСЕ урын алып,иҫбат иттек.Был байрам да ауыл тарихының онотолмаҫ бер бите булып ҡалһын өсөн бөтәбеҙҙән дә әүҙемлек талап ителә.
Әйҙәгеҙ, осрашайыҡ, күрешәйек.Йылдың иң матур көнө беҙгә онотолмаҫ иҫтәлектәр алып килһен.
Мәктәпте бөткәнгә 50, 40, 30,20, 10 йыллыҡтар ҙа осрашыуҙы ошо көнгә билдәләй алаһығыҙ.
Әйткәндәй,спонсор булырға теләгән кешеләр ҙә. бәлки, табылыр.Байрамдың матур үтеүе, билдәле,бүләктәрҙең иҫтәлекле, аш-һыуҙың төрлө булыуына ла бәйле.Шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ.
Иғланды ҡабул иткән бөтәгеҙгә лә рәхмәтлебеҙ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 11