609. (191, 192, 606, 607, 608) Тик һин
Көтөп алам, буран булып килһәң,
Ҡаршы барам, елдәр булып иҫһәң.
Ҡурҡмам буран-дауылдарҙан,
Һин - минеке, һине һөйәм, тиһең.
Күңелемдә башҡа берәү түгел,
Уйҙарымда, йәнем, тик һин, йәнем, тик һин.
Яҙҙа - ҡояш, йәйен сәскә бул һин,
Күктән ямғыр булып миңә яу һин.
Күңелемдә башҡа берәү түгел,
Уйҙарымда, иркәм, тик һин, тик һин.
Көҙгө елдәр япраҡтарҙы өҙә,
Япраҡ булып алдарыма төш һин.
Төндәремдә мине һаташтыра,
Йоҡо - бүләк, төштәремә кер һин.