Page information Зоя is available to authorized users only.
Ҡәҙерле интернет дуҫтарым,ауылдаштарым,Сибай ҡалаһынан миңә бик күңелле,бик матур бүләк килде,минең шиғыр юлдарыма һәүәҫкәр композитор Насип Һаҡмаров көй яҙып,йыр ижад иткән.Тыңлағыҙ,дуҫтарым,йыр-Һыу юлдары тип атала.
ТӨШТӘРЕҢӘ КЕРЕРМЕН,,,,,, //////////////////////////////////////////// Тотормон да төштәреңә Килермен дә керермен, Өнһөҙ генә хәлдәреңде Һиңә ҡарап белермен... Осоп барған елде тотоп Күңелеңә өрөрмөн, Хистәреңдең яңырғанын Шунда бәлки белерһең... Тотормон да ай һарыһын Йөрәгеңә һибермен, Һарыға һабышыуҙарҙың Ни икәнен белерһең.... Йә булмаһа ҡояш нурын Һиңә өҙөп бирермен, Моңһоу ғына уйҙарыңды Яйлап ҡына һүрермен... Ә кисен ямғыр тамсыһын Керфегеңә элермен, Күҙ йәше әселегенә Түҙерһеңме-күр
Ҡәҙерле дуҫтарым,кереп йөрөгән ҡунаҡтарым,минең иң тәүге йырҙарымдың авторы,минең өсөн бик хөрмәтле һәм бик ҡәҙерле булған композиторым Хәйҙәр Дильмухаметов минең- Ҡош юлы тигән шиғырыма матур көй яҙып,йырын һеҙгә бүләк итә.Оранжировкаһын Муса Смаков эшләне,йырҙы бик матур моң эйәһе Флюзә Халитова башҡара.Тыңлағыҙ,дуҫтарым.
Face
62 years old, g. Meleuz (Meleuzovskiy rayon), Russia
Ҡәҙерле интернет дуҫтарым,ауылдаштарым,Сибай ҡалаһынан миңә бик күңелле,бик матур бүләк килде,минең шиғыр юлдарыма һәүәҫкәр композитор Насип Һаҡмаров көй яҙып,йыр ижад иткән.Тыңлағыҙ,дуҫтарым,йыр-Һыу юлдары тип атала.
ҺЫУ ЮЛДАРЫ. //////////////////////////// Үтте йәшлек йылдары, Онотолдо йырҙары, Тик өҙөлөп һағындыра Бормалы һыу юлдары. Эх,ҡыйғас тау буйҙары, Таҙа ағым һыуҙары, Ат эсереп,һыу күтәреп Серләшеп ҡайтыуҙары. Әй,ғашиҡ булыуҙары, Бер ҡараш ташлауҙары, Үкендерә шул хистәрҙең Йәшлектә ҡалыуҙары. Эх.ҡыйғас тау буйҙары, Таҙа ағым һыуҙары, Ат эсереп,һыу күтәреп Серләшеп ҡайтыуҙары. Онотолмай һыу юлдары, Йөрәктең ярһыуҙары, Һүнгән хистәрҙе уята, Бер иҫкә алыуҙары. Эх.ҡыйғас тау буйҙары, Таҙа ағым һыуҙары, Ат эсереп,һыу күтәреп Серләшеп ҡайтыуҙары. 223 класса
30 Sept 2019
Бик ҙур рәхмәтемде белдерәм Насип Һаҡмаровҡа ошо минең шиғырыма көй яҙып,йыр бүләк итеүенә,Бик ҙур рәхмәт минең дуҫыма,Рәис Ахметовҡа,һәр саҡтағыса минең һәр шиғырымды,һәр йырымды үҙенең матур һүрәттәре менән биҙәп,эстәлеген асырға ярҙам итеүе өсөн.:-) 🎶 💕 🎶
  • 3
30 Sept 2019
Афарин дуҫтарым  йырығыҙ бик матур.Их тағы бер шул йәшлеккә ҡайтырға
  • 2
1 Oct 2019
Зоя апай бик матур шиғырығызға йөрәккә ятышлы көйлө йыр барлыққа килгән.Һезгә,бергә ижад иткән дустарығызға Афарин тип әйтергә генә қала👏👏👏
  • 2
1 Oct 2019
Афарин.Зоя! Афарин.Насип!
  • 2
  • 1
1 Oct 2019
👍 🎵 🎵 🎵 🎵 🎵 🎵 🎵 👏 👏 👏 Сибай Мәләүез дуҫлығы! Йырға сиктәр юҡ, үҙ юлын таба инет буйлап! Ҡотлайым, яңы йырығыҙ менән! 🌹 🌹 🌹 🌹 🌹
  • 2
1 Oct 2019
Зоя ,котлаем ,бик шатмын !!!👍 👍 👏 👏 💋 💋
  • 1
1 Oct 2019
Рәхмәт,дуҫтарым,һәр берегеҙгә йылы.яғымлы һүҙҙәрегеҙ өсөн.минең ҡыуанысымды шулай дәррәү бүлешеп.миңә изге теләкткр теләүегеҙгә.Рәхмәт,барығыҙға ла бөтә күңелемдән.:-) 💕 💕 💕 💕 :-)
  • 3
1 Oct 2019
Зоя Ярмухаметова
replied to Нажиба
Рәхмәт,Нәжибә,эйе  ижад өсөн сиктәр юҡ.:-) 🎶 🎹 🎶 🎹
  • 2
1 Oct 2019
зоя апай ауылдашым . насип сакмаров класташым йыр язалар
  • 2
Log in or sign up to add a comment