Предыдущая публикация
ӘСӘ ВАСЫЯТЫ.
Тыңла әле, балам, һүҙҙәремде –
Уларҙа бит барлыҡ моң-зарым.
Вафат булһам, балам, уҡыт Ҡөрьән,
Тәҙерәнән ҡайтып тыңлармын.
Зинһар, балам, берүк Ҡөрьән уҡыт,
Минең васыятым шул булыр.
Миңә атап аят уҡытһағыҙ,
Ҡәберем эстәрендә нур булыр.
Тар ҡәберҙә, ҡара гүр эсендә
Һинән, балам, доға көтөрмөн.
Доғалар ҙа барһа, шатланырмын,
Онотһағыҙ ни хәл итермен?
Саҙаҡа бир, балам, йомаларҙа,
Ҡотолормон мин дә ғазаптан.
Изгелегең, балам, сауап булып
Үҙеңә лә ҡайтыр аҙаҡтан.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев